Билдәле йырсы Алһыу Сафина ире Ян Абрамов менән өс бала үҫтерә. Алһыу күптән түгел ҡыҙҙары Сафина һәм Микелла менән бергә төшкән фотоһын социаль селтәргә һалғанла.
Эстрада йондоҙо үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ике ҡыҙы менән төшкән бик матур фотоһүрәтен ҡуйған фото аҫтына бик матур һүҙҙәр яҙған.
- Әсәй булыу – ҙур бәхет! Ә ҡыҙҙарҙың әсәһе булыу – икенсе төрлө бәхет. Минең бәләкәстәрем шундай ҙур инде, ярҙамсыларым, иң яҡшы әхирәттәрем, – тип яҙған. – Был бәхет өсөн Хоҙайыма ҙур рәхмәт!