+17 °С
Ямғыр
Общество
19 Май 2021, 12:17

Балалар пособиелары һәм “больничный”ҙар түләүҙе көйләүсе закондарға үҙгәрештәр

Кисә Дәүләт Думаһының пленар ултырышында Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул ителде.

Кисә Дәүләт Думаһының пленар ултырышында Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Ғаиләне яҡлауға йүнәлтелгән тәүге төҙәтмәләр индерелде. Һүҙ бында балалар пособиелары һәм “больничный”ҙар түләүҙе көйләүсе закондарға үҙгәрештәр тураһында бара.
Төҙәтмәләрҙең береһе йөклөлөк осоронда медицина иҫәбенә иртә срокта баҫҡан ҡатындарға түләнгән пособие күләменә ҡағыла.
“Был пособиеның күләме йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итәсәк, ә уны 1 июлдән ғаиләһендә йән башына тура килгән уртаса килеме төбәктәге йәшәү минимумынан артмаған ҡатындар аласаҡ,”- тип аңлатты Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин.
Икенсе төҙәтмә 1 июлдән һигеҙ йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ пособие түләү тәртибе тураһында. Был пособие килемдәре төбәктәге йәшәү минимумынан түбән, тулы булмаған ғаиләләрҙәге ата-әсәләргә түләнәсәк. Түләү күләме төбәктәге балалар йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итәсәк. Пособие күләме йәшәү минимумы менән бергә үҫешәсәк. Ил буйынса был уртаса 5,6 мең һум тигән һүҙ. Тулы булмаған ғаиләләр аҡсаны ошо йылдың 1 июленән ала башлаясаҡ.
“Әгәр ҙә ғаиләлә һигеҙ йәштән 16 йәшкә тиклем бер нисә бала тәрбиәләнһә, пособие һәр балаға түләнә йәки һәр балаға ҡарата суд ҡарары нигеҙендә алимент түләү ҡаралһа. Пособие 12 айға тәғәйенләнә, тик 17 йәштән һуң түләнә алмай,” - тигән аңлатма бирә Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишсарин.
Тағы ла бер яңылыҡ ете йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарау буйынса “больничный”ҙы йөҙ процент күләмендә түләүгә ҡағыла. Был осраҡта ата-әсәнең стажы иҫәпкә алынмай. “Закон проектына төҙәтмәләрҙе өсөнсө уҡыуҙа ҡабул иткән осраҡта, 1 сентябрҙән “больничный”ҙар уртаса эш хаҡының 100 проценты күләмендә түләнәсәк,” - тине Рәмзил Ишсарин.
“Башҡортостан” гәзитенән
Читайте нас