+22 °С
Дождь
Общество
29 Апреля 2021, 04:07

КАМИЛЛЫҠҠА ЫНТЫЛЫШ

Сәскәйҙәрең толом-толом...

Сәс ҡойолғанда. 300 миллилитр зәйтүн майына май айында йыйылған ҡайын Япрағы йә кесерткән һалып (ваҡ итеп турайбыҙ) 5-7 көн тотабыҙ. Шунан һөҙәбеҙ ҙә еүеш сәскә һөртәбеҙ. 1 сәғәттән шампунь менән йыуабыҙ. Сәс осо саталанмаһын өсөн аҙнаһына бер тапҡыр ҡоро килеш сәстең осона 40-45 градусҡаса йылытылған зәйтүн майын һөртөргә кәңәш итәләр. Сәс тиҙ үҫһен өсөн 30 миллилитр дегәнәк майына 3 миллилитр ҡыҙыл боростоң спирттағы төнәтмәһен өҫтәйбеҙ. Сәстең төбөнә һөртөп, 10-15 минут тотабыҙ.Йыуабыҙ.
Читайте нас