+13 °С
Облачно
Общество
29 Апреля 2021, 06:21

Ашығыҙ тәмле булһын!

Картуфлы пицца

Ҡамырға 300 грамм он,1 стакан йылы һыу, 1,5 балғалаҡ ҡоро сүпрә, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы кәрәк. Эслек өсөн 500 грамм үткәрелгән ит (йә тауыҡ ите), 3 картуф, 2 помидор,200 грамм сыр, 3 ҡалаҡ томат соусы, 3 ҡалаҡ майонез, йәшел тәмләткес үләндәр алабыҙ. Ҡамыр баҫып,әҙерәк Ял иттерәбеҙ.Йәйеп табаға һалабыҙ. Эслегенә томат соусы һылайбыҙ.Картуфты ваҡлап турап ҡурабыҙ һәм эслеккә һалабыҙ.Артабан - үткәрелгән ит ҡатламы,уға майонез һылайбыҙ. Йәшел тәмләткес үләндәр, помидор менән биҙәп, өҫтөнә сыр һибәбеҙ. Пиццаны 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20 минут бешереп алабыҙ.
Читайте нас