+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общество
11 Ғинуар 2021, 13:57
11 ҒИНУАР - ҠУРСАУЛЫҠТАР ҺӘМ МИЛЛИ ПАРКТАР КӨНӨ
Беренсе тапҡыр был датаны Кеше аяғы баҫмаған тәбиғәтте һаҡлау үҙәге һәм Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй башланылар. Был көндө 1916 йылда Рәсәйҙә тәүге Баргузин дәүләт ҡурсаулығы булдырылған.
Дәүләт күләмендәге тәүге ҡурсаулыҡ Байкалдағы Баргузин кешен һәм башҡа йәнлектәрҙе һаҡлау маҡсатында ойошторолған. 1986 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән Баргузин ҡурсаулығына биосфералы статусы бирелгән, һәм ул донъя-ара биосфералы резерваттар селтәренә индерелгән. Бөгөн был ҡурсаулыҡ Бөтә донъя тәбиғәт мираҫы объекты өлөштәренең береһе һанала.
Әлеге көндә Рәсәйҙә 33 миллион гектар майҙанлы 100 ҡурсаулыҡ һәм ете миллион гектарға яҡын майҙанды биләгән (был илебеҙ территорияһының 0,41 проценты) 35 милли парк иҫәпләнә. Ҡурсаулыҡтар үҫемлек һәм йәнлектәр төрөнөң 80 процентын һаҡларға ярҙам итә.
Башҡортостан биләмәһендә “Башҡорт”, “Шүлгәнташ”, “Көньяҡ Урал” кеүек өс ҡурсаулыҡ һәм бер “Башҡортостан” милли паркы урынлашҡан.
Бөгөн- ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө - Культурный мир Башкортостана (kulturarb.ru)
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"