+20 °С
Облачно
Общество
26 Декабря 2020, 09:15

“ТРАНСНЕФТЬ-УРАЛ” ЙӘМҒИӘТЕ КҮТӘРЕМ АУЫЛЫНДАҒЫ МУЗЫКА МӘКТӘБЕНӘ УЙЫН ҠОРАЛДАРЫ ҺАТЫП АЛҒАН

“Транснефть-Урал” йәмғиәте Күтәрем ауылы музыка мәктәбе өсөн уйын ҡоралдары алырға ярҙам итте. Күтәрем урта мәктәбе ҡарамағында асылған уҡыу йортона пианино, баян һәм ике гитара ҡайткан.

Яңы уйын ҡоралдары алыу уҡытыусылар һәм балалар өсөн яңы офоҡтар асҡан. Пианино сольфеджио дәрестәре үткәреү, ә 2021 йылдың ғинуарынан фортепианола шөғөлләнә башлау өсөн әҙерлек төркөмө йыйык мөмкинлеге биргән. Уйын ҡоралдарын алғанда уҡыу йортоноң үҙенсәләге лә иҫәпкә алынған. Мәҫәлән, яңы баян йәш музыканттар өсөн тәғәйенләнгән: мөмкинлектәре буйынса ул өлкән башҡарыусыларға ла тап килә, әммә унда беренсе класс балалары ла уйнарға өйрәнә ала. Мәктәптә балалар һаны ла артып китә: музыка мәктәбенә тиҫтәләгән бала яҙыла.
“Транснефть-Урал” йәмғиәте Күтәрем урта мәктәбенә тәүге тапҡыр ғына ярҙам итмәй. Компанияның мәктәп мәғарифе үҫешенә йүнәлтелгән корпоратив программаһы сиктәрендә быға тиклем мәктәптең химия, физика, математика һәм информатика кластары яңы лаборатор ҡорамалдар һәм мебель менән тәьмин ителгән.
Читайте нас