Шәүҡәт Әхәтов бәләкәйҙән тормоштоң әсе-сөсөһөн күреп үҫә. Әммә тап шул осорҙа уның характеры формалаша. Ул мәктәпте, аҙаҡ Грозныйҙағы рабфакты яҡшы билдәләргә тамамлай. 1947 йылда Губкин исемендәге Мәскәү институтын бөтөрә һәм тыуған Башҡортостанына ҡайта. Ул хеҙмәт юлын республикалағы Туймазы-Өфө тәүге магистраль нефть үткәргесендә башлай. Бер нисә йыл Шәүҡәт Әхәтов Өфө дәүләт нефть институтында эшләй, әммә 1952 йылда Башҡорт тауар-транспорт идаралығында килә һәм ғүмергә ошонда тороп ҡала. Уның энергияһы, белеме, эшһөйөүсәнлеге һәм һәләттәре производствоға һауа кеүек кәрәк була, Шәүҡәт Әхәтов предприятие менән бергә үҫә. 1964 йылда ул баш инженер булып китә, ә 1970 йылда үҙенең остазы һәм тәүге етәксе Давыд Александрович Черняевтың эшен дауам итеп, Урал-Себер магистраль нефть үткәргес идаралығы начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә. Шәүҡәт Нурлығаян улы предприятиены етәкләгән осор грандиоз төҙөлөштәр,Урал һәм Себер магистраль торба үткәргес системаларының үҫеш осоро тип һанала. Улар араһында Усть-Балык – Ҡурған – Өфө – Әлмәт магистраль нефть үткәргесе айырым урын алып тора, ул әлеге көнгәсә илдә иң эреләрҙән һанала. Ҡурғандан Әлмәткә тиклемге участкалағы төҙөлөшкә персональ етәкселек итеү Шәүҡәт Әхәтовҡа йөкмәтелә. Магистраль алдағы Нижневартовск-Ҡурған-Куйбышев кеүек үк алдан тапшырыла.
Ул производствола һәйбәт белгес, һәләтле етәксе һәм ойоштороусы була. Шәүҡәт Әхәтов күп яңы нәмәләр уйлап таба: Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары менән нефтте айырым транспортировкалау ысулын уйлап таба. 12 йыл дауамында нефть университетында уҡыта. Шәүҡәт Әхәтов торба үткәргестәргә яңы изоляция япма уйлап тапҡан һәм уны производствоға индергән өсөн СССР-ҙың Министрҙар Советы премияһына лайыҡ була. Шәүҡәт Нурлығаян улы Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры, “Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрен алған өсөн” миҙалдарына лайыҡ, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе.
Ул бөтәһен дә булдыра, уның ҡулынан бөтә эш килә. Әммә был уңыш йылмайыу йәки даланлы булыуҙан түгел, ә көндәлек тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Шәүҡәт Әхәтов яҡшы атай һәм ғаилә башлығы була, ул балаларында үҙенең иң яҡшы сифаттарын тәрбиәләй. Производство ветерандары ла, Шәүҡәт Әхәтов менән бергә эшләү бәхете тейгән һәр кем уны ауыр минуттарҙа ярҙам ҡулын һуҙа белгән һәйбәт кеше итеп белә. Был сифаттары өсөн уны һәр кем хөрмәт-ихтирам итте.
Шәүҡәт Әхәтов еңеүгә өлгәшеү – бәхет, әгәр ауыр булһа ла, еңергә кәрәк, ти торғайны. Ерҙә үҙеңдең яҡты эҙеңде ҡалдырыу – бәхет. Шәүҡәт Әхәтов үҙен белгән кешеләр күңелендә, йөрәгендә, хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.