Айнур Асҡаровтың Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы Ҡытай Халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә иң яҡшы фильм исеменә лайыҡ булды.
Был уңыш фильмдың тәүге еңеүе түгел. Үткән айҙа йәш башҡорт режиссерының картинаһы Гатчиналағы «Гранатовый браслет» кино фестивалендә Гран-при яуланы. Быға тиклем «Өс таған» Мәскәүҙә үткән «Будем жить» фестивале сиктәрендә «Ҡыҫҡа метражлы уйын киноһы» номинацияһында икенсе урынға, шулай уҡ иң яҡшы актер ансамбле өсөн дипломға һәм Мәскәү ҡала думаһының махсус бүләгенә лайыҡ булды.