«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә 8-800-7000-183 телефоны аша табиптарға эскелек, наркомания, реабилитация, эскеселектән дауаланыуға бәйле һорау бирергә мөмкин. Белгестәр аныҡ ҡала йә районда ҡайҙа профессиональ ярҙам алырға мөмкинлеген, дәүләт медицина үҙәктәре бушлай йә шәхси дауаханалар түләүле нигеҙҙә ниндәй хеҙмәттәр күрһәткәнен аңлатып бирәсәк. Табиптарға рус һәм башҡорт телдәрендә мөрәжәғәт итергә була.