+14 °С
Дождь
Общество
30 Ноября 2020, 11:43

“Саҡмағош” станцияһында яңы резервуар файҙаланыуға тапшырылды

«Транснефть – Урал» йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районында “Саҡмағош” линия сәнәғәт-диспетчер станцияһында (ЛПДС) үҙгәртеп ҡорғандан һуң нефть һаҡлау өсөн 5 мең кубометр һыйҙырышлы резервуарҙы файҙаланыуға тапшырҙы

Резервуарҙың бейеклеге – 12 метр самаһы, диаметры – 23 метр. Эш барышында 122 тонналыҡ металл ҡоролма тулайым алыштырылды, тотош майҙаны кәмендә 3 мең кв. метр тәшкил иткән тышҡы һәм эске өҫлөк коррозияға ҡаршы эшкәртелде. Һыйышлыҡты тоташтырыу өсөн дөйөм оҙонлоғо 124 метрлы технология торба үткәргесе төҙөлдө. Экология хәүефһеҙлеге тәьмин итеү маҡсатында резервуар углеводородты быуға әйләнеүҙән һаҡлаусы алюминий понтон менән йыһазланған. Резервуар паркын һәм янғын һүндереүҙе автоматлаштырыу системаларына тоташтырғандар.
Тотош майҙаны кәмендә 730 кв. метр ер күтәртелгән (һаҡлағыс ҡоролма), резервуар майҙансығында ҡом таш түшәмә алыштырылған. Һыйышлыҡҡа хәүефһеҙ инеү өсөн 900 кв. метр самаһы юл йыһазланған.
Бер нисә ысул (күҙ күреме менән үлсәү, ультратауыш, радиография, капилляр, вакуумлаштырыу) ҡулланып башҡарылған монтаж эштәрен тикшереү һөҙөмтәләре буйынса барлыҡ ҡоролма һәм системаларҙың файҙаланыуға әҙерлеге раҫланған. 48 сәғәт дауамында йөкләнеш аҫтында гидро һынау һыйышлыҡтың герметиклығын, металл ҡоролмаларҙың ныҡлығын, понтондың эшкә яраҡлылығын күрһәткән. Был эш «Транснефть – Урал» йәмғиәтендә үҙгәртеп ҡороу һәм техника йыһазланышы программаһы сиктәрендә торба үткәреү транспорты объекттарының хәүефһеҙлеген һәм ышаныслылығын тәьмин итеү маҡсатында башҡарыла.
Читайте нас