Фронтовиктарға бронза бюстар ҡуйыу - аллеяны булдырыуҙа тәүге аҙым. Уларҙы әҙерләүҙә ярҙам һорап Черкассы ауыл советы хакимиәте райондың иҡтисади, мәҙәни һәм йәмәғәт тормошона, уның ныҡлы үҫешенә ҙур өлөш индергән “Транснефть - Урал” йәмғиәтенә мөрәжәғәт итә. Предприятие инициативаны хуплай һәм эштәр комплексын тулыһынса финанслау өсөн 1 млн тирәһе хәйриә ярҙамы күрһәтә. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың бюстары бронзанан эшләнгән, бетон-кирбес постаменттары гранит менән йөҙләнгән. Унда геройҙарҙың исем-шәрифтәре, йәшәгән йылдары уйылған.
“Транснефть - Урал” йәмғиәте Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәйкәлдәрен ремонтлауҙа һәм төҙөкләндереүҙә даими хәйриә ярҙамы күрһәтә. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығында предприятие үҙе эшләгән төбәктәрҙә тиҫтәләгән һәйкәл һәм мемориаль комплекстарҙы тәртипкә килтергән.