+13 °С
Ясно
Общество
26 Ноября 2020, 18:45

“Транснефть-Урал” йәмғиәте: халыҡ-ара стандарттар буйынса эшләйбеҙ

“Транснефть-Урал” йәмғиәтендә хеҙмәт хәүефһеҙлеге, экология, энергияны һаҡлау өлкәләрендәге менеджмент системаһы халыҡ-ара талаптарға яуап бирә – предприятиела аудит-тикшереү үткәргән эксперттар шундай һөҙөмтәгә килгән

Акционерҙар йәмғиәтенең төп офисы Өфөлә урынлашҡан, Башҡортостандан ҡала, сәнәғәт объекттары күрше төбәктәрҙә лә эшләй. Быйыл аудит предприятиеның Силәбе өлкәһендә урынлашҡан объекттарында уҙған.
“Киң, системаға һәм планға ярашлы” – предприятиела хеҙмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә башҡарылған эште аудитсылар шулай баһалаған. Шул сәбәпле, бойомға ашырылған саралар ҙа юғары һөҙөмтә бирә.
Эксперттар “Транснефть-Урал” энергия менеджменты өлкәһендә яғыулыҡ-энергетика сығанаҡтары ҡулланыуҙың маҡсатлы күрһәткестәрен үтәүен, шул уҡ ваҡытта энергия ҡулланыу беренсе сиратта нефть һәм нефть продукттары ҡыуҙыруҙа иң аҙ сығымлы режим һайлау һөҙөмтәһендә кәмеүен билдәләне.
“Транснефть-Урал” йәмғиәте тәбиғәтте һаҡлау сараларын да уңышлы тормошҡа ашыра: атап әйткәндә, даими нигеҙҙә үҙе урынлашҡан төбәктәрҙә һыу-биология сығанаҡтарын яһалма тергеҙеү менән шөғөлләнә.
Эксперттар предприятие менеджменты системаһының һөҙөмтәлелеген һәм экология менеджменты системаһының ғәмәлдәге ISO 14001:2015 системаһына тәңгәл килеүен раҫланы. Улар шулай уҡ хеҙмәт хәүефһеҙлегенә идара һәм энергия менеджменты системаларының яңы халыҡ-ара ISO 45001:2018 һәм 50001:2018 стандарттары талаптарына яраҡлылыҡ сертификаттары биреү тураһында алдан йомғаҡлау ҡарары ла сығарған. Бынан тыш, аудитсылар “Транснефть-Урал” йәмғиәтенең идара аппараты һәм Силәбе филиалының аудитта ҡатнашҡан эшсәндәренең юғары һөнәр оҫталығын һәм яңы стандарттарға күскәндә документтарҙы рәсмиләштереү сифатын билдәләгән.
Яңы халыҡ-ара ISO 45001:2018 һәм 50001:2018 стандарттары ғәмәләгә ашырылыу уңайынан Яңы стандарттарға күсеү саралары планы үтәлешенә, шул иҫәптән эске аудитсыларҙы уҡытыуға, аудиттар үткәреүҙе планлаштырыуға, уларҙың һөҙөмтәләрен предприятие етәкселәре тарафынан анализлауға ҙур иғтибар бүленгән. Хеҙмәтсәндәрҙән интервью алыу-фекер асыҡлау әүҙем үткәрелгән.
Менеджмент системаһы – “Транснефть-Урал” йәмғиәтенең дөйөм идара системаһының мөһим өлөшө, уларҙың эшсәнлеге һәм талаптарға яраҡлылыҡы йыл дауамында эске аудит сиктәрендә күҙҙә тотола, һөҙөмтәләрен Акционерҙар йәмғиәтенең координация советы баһалай.
Читайте нас