+19 °С
Облачно
Общество
13 Ноября 2020, 09:25

Башҡорт теле көнө айҡанлы интернет-конкурс старт алды -- “Vibeргә” тип атала

Башҡорт теле көнө айҡанлы интернет-конкурс старт алды -- “Vibeргә” тип атала.Сараның маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телле контентты арттырыуға булышлыҡ итеү, башҡорт теленә, милләтебеҙҙең тарихына һәм шәжәрәләргә иғтибарҙы көсәйтеү.

Башҡорт теле көнө айҡанлы интернет-конкурс старт алды -- “Vibeргә” тип атала.
Сараның маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телле контентты арттырыуға булышлыҡ итеү, башҡорт теленә, милләтебеҙҙең тарихына һәм шәжәрәләргә иғтибарҙы көсәйтеү.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Ә нимәләр эшләргә һуң? Ҡатнашыусылар үҙҙәрен ике йүнәлештә һынап ҡарай ала: “Башҡорт телендәге иң яҡшы открытка” һәм “Башҡорт телендәге иң яҡшы вайн”. Уларҙы 7 декабргә тиклем “Бәйләнештә” йәки “Инстаграм” социаль селтәрҙәренә һалырға кәрәк. Конкурстың шарттары менән тулыраҡ рәсми аккаунттарҙа таныша алаһығыҙ: @bashkort_postcards һәм @bashkort_vine.
Баһалама составы билдәле башҡорт вайнерҙарынан, блогерҙарынан һәм башҡаларҙан торасаҡ. Еңеүселәргә 3 меңдән 50 мең һумғаса аҡсалата бүләктәр ҡаралған.
Читайте нас