+19 °С
Дождь
Баш
Тат
Рус
Общество
13 Ноября 2020, 09:56
Балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе арта
2021 йылдың 1 ғинуарынан балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе арта. Уртаса түләү 1749,16 һумға тиклем етә. Республика Мәғариф министрлығының тейешле бойороғо 12 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
2021 йылдың 1 ғинуарынан балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе арта.
Уртаса түләү 1749,16 һумға тиклем етә. Республика Мәғариф министрлығының тейешле бойороғо 12 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында
баҫылған
.
2020 йылдың ғинуарынан республиканың мәктәпкәсә учреждениеларында балаларҙы тәрбиәләгән өсөн ата-әсә түләүенең уртаса күләме 1677 кимәлендә билдәләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ата-әсәләрҙең балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсация алырға хоҡуғы бар. Әйтәйек, баҡсаға бер генә бала йөрөй икән, компенсация күләме түләнгән сумманан 20 процент була. Ике бала йөрөһә, 50 процент; өс һәм унан күберәк балалар — 70 процент.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"