+20 °С
Облачно
Общество
10 Ноября 2020, 14:01

«Эшлекле башҡорт теле» әсбабының хәҙер мобиль ҡушымтаһы бар

Интернет селтәрҙәрендә «Эшлекле башҡорт теле» мобиль ҡушымта барлыҡҡа килде. Ул сентябрь айында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды әҙерләп баҫтырып сығарған уҡыу әсбабының электрон варианты. Уны хәҙер смартфонға ҡуйып алып, теләгән ваҡытта ҡулланырға мөмкин.«Был әсбап башҡорт телен яңы ғына өйрәнә башлағандар өсөн дә файҙалы, документтар менән эш иткән чиновниктарҙың өҫтәл китабы булып та хеҙмәт итә ала, сөнки уҡыу китабы эш ҡағыҙы өлгөләрен дә туплаған.

Интернет селтәрҙәрендә «Эшлекле башҡорт теле» мобиль ҡушымта барлыҡҡа килде. Ул сентябрь айында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды әҙерләп баҫтырып сығарған уҡыу әсбабының электрон варианты. Уны хәҙер смартфонға ҡуйып алып, теләгән ваҡытта ҡулланырға мөмкин.«Был әсбап башҡорт телен яңы ғына өйрәнә башлағандар өсөн дә файҙалы, документтар менән эш иткән чиновниктарҙың өҫтәл китабы булып та хеҙмәт итә ала, сөнки уҡыу китабы эш ҡағыҙы өлгөләрен дә туплаған. Мәҫәлән, балалар баҡсаһына, мәктәпкә барғанда ғаризаны башҡорт телендә яҙырға теләһәгеҙ — әҙер үрнәк бар»,— тип белдерә «Ғилем» йүнәлеше буйынса Фонд белгесе Рита Аҡбулатова.
*Аndroid операцион системаһын ҡулланыусылар өсөн: https://play.google.com/store/apps/details?id=com.bashlang&hl=ru&gl=US
* ios ҡулланыусылары өсөн: https://apps.apple.com/ru/app/деловой-башкирский-язык/id1538449912
Читайте нас