+26 °С
Ясно
Общество
20 Октября 2020, 07:34

УДНТУ студенттарын һәм уҡытыусыларын «Транснефть” стипендия һәм сертификаттар менән билдәләне

Өфө дәүләт нефть техника университеты студенттары һәм уҡытыусылары “Транснефть” компанияһының йәмәғәт түләүҙәре хаҡындағы исемле стипендиялары һәм сертификаттарына лайыҡ булды

Сара йыл һайын Өфө дәүләт нефть техника университетының йыйылыштар залында уҙғарыла, әммә быйыл ул коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн индерелген сикләүҙәр һөҙөмтәһендә онлайн-форматта үтте: “Транснефть – Урал” һәм уҡыу йорто араһында “телемост” булдырылды.
Йәмәғәт түләүҙәре хаҡындағы сертификаттарға торба үткәргес һалыу транспорты факультетының уҡытыу һәм тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнеүсе ете доцент һәм профессор лайыҡ булды. Маҡсатҡа йүнәлтелгән был түләүҙәрҙе квалификацияны күтәреү, лекция курстарын йәки монографияларҙы әҙерләү һәм баҫтырыу, профессиональ һәм ғилми эшмәкәрлектең башҡа йүнәлештәренә тотонорға мөмкин. Нефть ҡыуҙырыүсылар тарафынан уҡытыу сифатын, кадрҙар әҙерләү кимәлен күтәреүгә, һөҙөмтәлә – тармаҡтың үҫешенә ярҙам итеүсе тос өлөш был.
“Транснефть”тең исемле сипендияларын тапшырыу практикаһы 20 йыл дауам итә. Бындай тәжрибә студенттар өсөн стипендияның яҡшы уҡыу һәм фәнни эштәге әүҙемлеге өсөн генә түгел, ә артабанғы үҫеш һәм күтәрелеш өсөн стимул булыуын күрһәтә. Быйыл вуздың 17 студенты стипендияға лайыҡ булды.
“Транснефть” акционерҙар йәмғиәте баш директоры Роман Ковалев сипендияға лайыҡ булыусыларҙы ҡотланы:
- Һәр саҡ яңынан-яңы һөҙөмтәләргә, уңыштарға өлгәшегеҙ, үҙегеҙҙең алдығыҙға яңы маҡсаттар ҡуйығыҙ, уларға ирешегеҙ. “Транснефть” һәм “Транснефть-Урал” компаниялары беҙҙең сафтарҙы белемле, маҡсатлы йәштәр тулыландырыуына шат. Универститет менән хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә беҙ юғры уҡыу йортоноң матди-техника базаһын яҡшыртыуға аҡса һалабыҙ. Һеҙҙең өсөн бөтә мөмкинлектәр бар – уҡыуҙар уникаль лабораторияларға үтә, тренажерҙар, актуаль уҡыу пособиеларын ҡулланаһығыҙ, - тине ул.
“Транснефть” йәмғиәтенең исемле стипендиялары Өфө нефть техника университетының иң яҡшы студенттарына 2001 йылдан, уҡытыусылар сертификаттары 2014 йылдан бирелә.
Дмитрий Соснин, 4-се курс студенты:
- Мин икенсе тапҡыр «Транснефть» стипендиаты булдым. Компания беҙҙең уҡыуға һәм фәнни эшмәкәрлеккә һалған көстө баһалай, ҙур рәхмәт.
Эльвина Әхмәтгәрәева, 4-се курс студенты:
- Үткән семестрҙа беҙ “Транснефть” компанияһы ярҙамында асылған лабораторияларҙа уҡыныҡ. Тап шунда мин сәнәғәттә ниндәй этаптар булыуын күҙ алдына килтерҙем. Корпоратив стипендия беҙгә тағы ла яҡшыраҡ уҡырға, үҫергә көс бирә. Был минең тәүге стипендия, уңыштарымдың шундай ҙур баһаға лайыҡ булғаны минең өсөн бик ҡәҙерле. Ҙур рәхмәт!
Читайте нас