+12 °С
Облачно
Общество
13 Октября 2020, 11:47

Мәктәптәрҙә көҙгө каникулдар оҙайтыла

Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
Уҡыусыларҙың ялы 17 октябрҙә башлана һәм 4 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, республика буйынса 983 уҡыусы киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләй. Үкенескә ҡаршы, коронавирус менән сирләүсе балалар ҙа бар. Уларҙың һаны - 150-нән ашыу, ә 4800-гә яҡын уҡыусы ауырыуҙар менән бәйләнештә булған өсөн карантинда ултыра.
Каникулды оҙайтыу инфекцияның киң таралыуына юл ҡуймау маҡсатын тота.
Читайте нас