Был карта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышында тәҡдим ителде. Унда 2 меңдән ашыу ауыл теркәлгән. Уны төҙөүҙә архив материалдары ҡулланылған, төп сығанаҡ— 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙың ревизия яҙмалары. Башҡорт халҡының таралышын теүәл күрһәткән тарихи карта өҫтөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының профилле комиссияһы байтаҡ эшләне.
«...Әлбиттә, картаға башҡорт ырыуҙары тарихының, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренең барлыҡ нескәлектәрен дә төшөрөп булманы. Әммә беҙҙең алдыбыҙҙа ундай маҡсат торманы ла. Был күрһәтмә әсбап ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһына башлағандар өсөн тәүге аҙым булырға тейеш. Ошо картала нәҫел төбәге булған ауылды табып, кеше үҙенең ырыуы, уның шәжәрәһе, тарихы менән артабан мауығып китергә тейеш»,- тип белдерҙе проект хаҡында Азат Ярмуллин.