+18 °С
Ясно
Общество
5 Октября 2020, 18:37

«Транснефть - Урал” метрологтары алдынғы тип танылды

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте метрологтары компанияның тиңдәш бүлексәләре араһында яҡшы эш күрсәткестәре өсөн “Транснефть” акционерҙар йәмғиәте дипломына лайыҡ булды.

“Транснефть”тағы кәмендә йөҙ меңлек коллективтың төп бурысы – магистраль торба үткәргестәр системаһы буйынса нефть һәм нефть продукттарын аварияһыҙ һәм тотҡарлыҡһыҙ ҡыуҙырыуы. Сығарыусы компанияларҙан нефть ҡабул итеү, уны нефть эшкәртеү заводтарына тапшырыу һәм экспортҡа оҙатыу, эшкәртеүселәрҙән нефть продукттары ҡабул итеү - ошо һәм башҡа операцияларҙа төгәл иҫәпһеҙ бер нисек булмай. Уны заманса йыһаздар тәьмин итә, тикшереү һәм барлауҙы иһә белгес-метрологтар башҡара. Уларҙың эшсәнлек һөҙөмтәләре йыл һайын баһалана, һәм ошо көндәрҙә “Транснефть”та метрологтарҙың 2019 йылғы эшенә йомғаҡ яһалды.
Ҡабул итеү-оҙатыу үҙәктәре торошона контроль сифаты, нефть сифаты күрһәткестәрен һәм кимәлен үлсәү системаларының һәм үлсәү йыһаздарының тотороҡло эшен тәьмин итеү, автомат мәғлүмәт системалары ҡулланып, үлсәү сараларын тикшереү һәм барлау буйынса эш һөҙөмтәлеге - “төгәллек белгесе” эше сифатын баһаланағанда ошо һәм башҡа дәлилдәр иғтибарға алынды. Һөҙөмтәлә, “Транснефть – Урал” белгестәре алдынғы тип танылды – был хаҡта онлайн форматта уҙған кәңәшмә ваҡытында иғлан ителде. Предприятие метрологтары “Транснефть” акционерҙар йәмғиәте дипломына эйә булды.
Бөгөн предприятиела 56 мең берәмек үлсәү сараһы ҡулланыла, шуның 26 меңе үҙ көстәре менән тикшерелә һәм барлана. “Транснефть – Урал” компанияһының метрология хеҙмәте иҫәбендә юғары квалификациялы 51 белгес хеҙмәт итә.
Әйтергә кәрәк, метрологтар янсығындағы беренсе генә уңыш түгел был: мәҫәлән, 2018 йылда эш йомғаҡтары буйынса “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте метрология (шулай уҡ тауар-транспорт һәм диспетчер) бүлексәләре эше һөҙөмтәлеге күрһәткесе буйынса “Транснефть” системаһы ойошмалары араһында алдынғы тип танылды.
Читайте нас