+7 °С
Ясно
Общество
5 Октября 2020, 13:08

Башҡортостанға йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлөргә тейеш

Нигеҙ итеп әле Өфө районында эшләгән Республика йоғошло ауырыуҙар үҙәге проекты алынасаҡ.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һәр ваҡыттағыса коронавирус мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленде.
5 октябргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡторған туғыҙ мең осраҡ теркәлгән. Һәр 100 мең кешенең 222-һе сирләй. Һуңғы тәүлектә 46 кеше ауырый башлаған. Стационарҙа 84 пациент дауалана, бишәүһе ауыр хәлдә. Һуңғы аҙнала 130 кеше һауығып сыҡҡан.
Быларҙы тыңлағандан һуң шундай ҡарар ҡабул ителде: Башҡортостанға тағы бер йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы кәрәк. Яңы госпиталь 2020 йылдың 15 декабренә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлөргә тейеш, тигән йөкләмә бирҙе Радий Хәбиров.
Нигеҙ итеп әле Өфө районында эшләгән Республика йоғошло ауырыуҙар үҙәге проекты алынасаҡ. Тик эшмәкәрлекте киңерәк итеү өсөн, уны ныҡлап яңыртасаҡтар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был ялдарҙа Радий Хәбиров унда булып, “ҡыҙыл зона” эше менән танышҡайны.
– Эште ойоштороу буйынса ыңғай тәьҫораттар ҡалды. Табиптар үҙҙәре лә, бында эшләүе уңайлы, тип әйтә. Коридорҙар киң, түбәләр бейек, автономиялы һауа таҙартыу системаһы бар, – тине Радий Хәбиров. – Тик пациенттар менән карауаттар коридорҙа тора, ҡайһы бер блоктарҙа коридорҙың ике яғы ла кеше менән тулған. Тимәк, дауахана туп-тулы – унда 400 самаһы кеше. Был - конвейер, кеше инә, сифатлы дауа ала һәм һауығып ҡайтып китә. Тик дүрт миллионлыҡ халҡы булған республикаға был ғына етмәй. Коронавирус менән артабан да көрәшеү өсөн яңы госпиталь төҙөргә ҡарар иттек.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ул телефон аша был турала илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән һөйләшкән. Министр был ҡарарҙы хуплаған. Иң мөһиме - яңы үҙәкте төҙөү өсөн федераль аҡса ла йәлеп ителәсәк.
– Стәрлетамаҡта икенсе COVID-госпиталде сафҡа индереү башҡа йоғошло ауырыуҙар дауаханаларынан көсөргәнеште кәметәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Сығанаҡ - : Башҡортостан гәзите.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас