+24 °С
Облачно
Общество
2 Октября 2020, 11:34

Республика көнөнә ҡарата #РеспубликамдыЯратам флешмобы башлана!

Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллеген данлаған акцияла барығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллеген данлаған акцияла барығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Һеҙ республикабыҙҙың ниндәй иҫтәлекле урындарында булғанығыҙ бар? Матур урында фото төшөп, социаль селтәрҙәргә һалығыҙ. #РеспубликамдыЯратам #ЛюблюРеспублику хештегтарын ҡулланығыҙ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иң яҡшы фоторәсемгә конкурс иғлан итә. Иң күп лайыҡ йыйған рәсем авторын бүләк көтә.

Селфи эшлә йә торған урыныңды фотоға төшөр;
#РеспубликамдыЯратам #ЛюблюРеспублику хештегтарын ҡуй;
Фотоларҙы Бәйләнештә йә Инстаграмда сәхифәңә һал.

Иң сағыу һүрәттәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә урынлаштырырбыҙ.

Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың матурлығын бөтә донъяға күрһәтәйек, Республика көнөн билдәләйек! Сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir
Читайте нас