+7 °С
Ясно
Общество
2 Октября 2020, 12:45

“Етегән” гәзите — Башҡорт теле йылына арнап, Туймазы районында йәшәгән уҡыусылары араһында “Башҡорт телендә уҡыйым ” конкурсын иғлан итә

“Етегән” гәзите — Башҡорт теле йылына арнап, Туймазы районында йәшәгән уҡыусылары араһында “Башҡорт телендә уҡыйым ” конкурсын иғлан итә. Бүләккә «Без башҡортлар» (Туймазы районы) яңы ғилми-методик китап әҙерләнек. Китапта районда йәшәгән башҡорт ырыуҙарының тарихы, аулыдарҙың килеп сығышы, данлыҡлы яҡташтар тураһында мәғлүмәт, шәжәрә төҙөү өсөн эҙмә-эҙлелекле күрһәтмә бирелгән.

Конкурстың шарттары:

- һылтанма буйынса инергә;
- беҙҙең төркөмгә ҡушылырға;
- беҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөнә башҡорт телендә яратып уҡыған китабығыҙҙы тотоп фотоға төшөп ебәрергә кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: исем-шәрифегеҙ, бәйләнеш өсөн телефон номерығыҙҙы яҙырғыҙ.

Конкурсҡа эштәр 16 октябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүсене билдәләгәндә “Бәйләнештә”ге лайктар иҫәпкә алынасаҡ.
Читайте нас