Бөтә донъя “Булдырабыҙ!” таҙалыҡ көнө - был ирекле ярҙамсылар сараһы, уның маҡсаты: илде сүптән арындырыу һәм таҙалыҡ тәьмин итеү өсөн йәмғиәтте, дәүләтте, киң мәғлүмат сараларын һәм кәсепте берләштереү. Тәртип урынлаштырыу барышында тәбиғи биләмәләргә баҫым яһала: урмандарға, ялан-ҡырҙарға, һыу буйҙарына; сүп йыйғанда мөмкин булған ерҙә ҡалдыҡтар айырым туплана.
Арлан нефть ҡыуҙырыу идараһының кәмендә 40 эшсәне филиалдың идара аппараты бинаһы, Кутерем, Саҡмағош, Андреевка ауылдарында ошо тәртиптә “Ҡалтасы” һәм “Саҡмағош” линия сәнәғәт-диспетчер станциялары, “Андреевка” нефть продукттары Ҡыуҙырыу станцияһы эргәһендәге биләмәләрҙә экология өмәләре үткәрҙе. Кәмендә 200 килограмм сүп, кипкән үлән һәм ботаҡ йыйылды.
Черкасск нефть ҡыуҙырыу һәм Аварияларҙы киҫәтеү һәм һөҙөмтәләренән арыныу буйынса махсуслашҡан идаралар эшсәндәре Өфөнөң Еңеү паркында өмә ойошторҙо: Дежнев ҡарағайлығын таҙартты, парк биләмәһендәге сүпте йыйҙы. Зубово ауылы халҡы, Өфө районы хакимиәте һәм хужалыҡ идараһы вәкилдәре менән берлектә Өфө-Шишмә юл буйын һәм Өфө районы Нижегородка ауылында Дим йылғаһы буйын йыйыштырҙы. “Оло-Төләк” линия сәнәғәт-диспетчер станцияһы эшсәндәре Иглин районы Ауструм ауылының үҙәк майҙанында 30 төп ағас ултыртты, “Кропачево” линия сәнәғәт-диспетчер станцияһы коллективы ағзалары магистраль нефть үткәргестең һыу аҫты күсеше төбәгендә Сим йылғаһы ярҙарын сүптән арындырҙы. Таш кисеү тирәһендәге Өфө йылғаһы ярҙары ла сүптән таҙартылды.
Туймазы нефть ҡыуҙырыу идараһы эшсәндәре сәнәғәт объектары, шулай уҡ филиалдың хакимиәт бинаһы эргәһендәге биләмәләрҙе тәртипкә килтерҙе: идара аппараты эшсәндәре Туймазы ҡалаһында Горький урамындағы сүпте йыйҙы, “Собханғол” линия сәнәғәт-диспетчер станцияһы һәм “Собханғол-ПП” нефть ҡыуҙырыу станцияһы коллективы ағзалары станция янынан үткән юл буйҙарын таҙартты, “Салауат” линия сәнәғәт-диспетчер станцияһы хеҙмәткәрҙәре Ағиҙел йылғаһы буйында 1,5 км оҙонлоғондағы ағаслыҡты йыйыштырҙы, “Шкапово” станцияһы эшсәндәре Сухоречка ауылы паркы биләмәһен сүптән арындырҙы. “Мраково” нефть ҡыуҙырыу станцияһы вәкилдәре Мраково ауылынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына тиклем барған юл буйҙарын таҙартты, технология транспорты һәм махсус техника цехы, сәнәғәт хеҙмәтләндереү базаһы эшсәндәре Собханғол ауылында Төҙөлөш урамында таҙалыҡ тәьмин итте.
Өмәгә “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең Силәбе һәм Ҡорған өлкәһе бүлексәләренең тиҫтәләгән эшсеһе сыҡты.
Экология сараһында “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең барлығы кәмендә 250 эшсәне ҡатнашты, сүп йыйыу һәм сығарыу өсөн бер нисә берәмек техника йәлеп ителде. Сараның бөтә ҡатнашыусылары айырым һаҡланыу саралары ҡулланды, коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн санитария-эпидемиология талаптарын үтәне.