+17 °С
Облачно
Общество
17 Сентября 2020, 08:09

Туймазы районы Төмәнәк ауылы мәҙәниәт йортонда Шәжәрә байрамы үтте

16 сентябрҙә Туймазы районы Төмәнәк ауылы мәҙәниәт йортонда, июль айында үткән "Быуындарҙы бәйләй-бәйләй" - видео - конкурс сиктәрендә - Шәжәрә байрамы үтте. Сара Туймазы ҡалаһы һәм районының юбилейына бағышланды

Йыл башында шәжәрә байрамдары райондың Ғәфүр, Кәкребаш, Илсембәт ауылдарында булып уҙҙы һәм 2020 йыл аҙағына тиклем Туймазы районының һәр ауылында үткәрелергә планлаштырылған ине. Илебеҙҙәге ҡатмарлы эпидемиологик хәлдәр арҡаһында Шәжәрә байрамдары көҙгөлөккә күсерелде. Һәм бөгөн, ниһәйәт Төмәнәк ауылында байрам гөрләп үтте.
Мәҙәниәт йорто фойеһында тамашасылар иғтибарына ҡул эштәре күргәҙмәһе һәм шәжәрә конкурсы еңеүселәренең шәжәрә ағастары теҙелгән ине. Традицион башҡорт уғында атырға теләүселәр өсөн мастер-класс ойошторолдо.
Йәмәғәт эшмәкәре, Шәжәрә видео-конкурсының жюри рәйесе Альберт Исмаил бәйгелә ҡатнашыусыларҙың эштәре менән таныштырҙы. Байрамдың төп өлөшө, ауыл мәҙәниәт йортоноң сәхнәһендә дауам итте.
Туймазы районы Хәкимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Сергей Анатольевич Подоприхин байрамда ҡатнашыусыларҙы башҡорт телендә сәләмләне. Шәжәрә байрамдары үткәреү мөһим икәнлеге хаҡында әйтеп үтте.
Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Солтанморатов Ильгиз Замфир улы һәм шәжәрә белгестәре тарихҡа байҡау яһанылар. Конкурста ҡатнашыусыларҙы, ауыл һәм район халҡын шағирә, балалар өсөн тәғәйенләнгән "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина сәләмләне.
Байрам концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Бигерәк тә өлгөлө "Сәфәр" балалар бейеү ансамбленең "Таштуғай уйындары", "Мираҫ" башкорт бейеүҙәре, "Дуҫтар" башҡорт йыр ансамбле, Төмәнәк вокаль ансамбле сығыштары тамашасы күңеленә хуш килде.
Шәжәрә конкурсында ҡатнашҡан еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
#Шәжәрәбайрамы
#Туймазырайоны
Читайте нас