+20 °С
Облачно
Общество
17 Сентября 2020, 18:00

Нефть ҡыуҙырыусылар халыҡ-ара күргәҙмәлә яңы йыһаздар тәҡдим итте

Халыҡ-ара “Газ. Нефть. Технологияләр” күргәҙмәһе – был республика өсөн дә, яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары өсөн дә ҙур ваҡиға

Ул егерме һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә һәм йылдан-йыл вәкаләтле-дәрәжәлегә, йөкмәткелегә әүерелә. Быйыл тармаҡ “пәһлеүәндәрен” һәм өмөтлө ҡарашлы эш башлаусыларҙны йыйырға хатта пандемия ла ҡамасауламаны: сараны үткәреү ваҡыты күсерелде, әммә уны үткәреүҙән баш тартманылар.
Заманса йыһаздар, алдынғы ҡарарҙар, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр – ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһы күргәҙмәгә иң камил эшләнмәләрен ҡуя. “Транснефть” компанияһының ҙур бүлендек тармағы - “Транснефть – Урал” йәмғиәте стендында бер юлы дүрт яңылыҡ тәҡдим ителде – улар тураһында предприятиеның баш инженеры Данир Әхмәров күргәҙмә асылыу менән стендтың беренсе ҡунағы булған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа һөйләне.
Бында ҡарар әйбер бар. Бына, 8 мең киловатт ҡеүәтле шартлауҙан һаҡланған синхрон электр двигателе һәм вертикаль ярҙамсы насос – был импортҡа алмаш әҙерләү өлкәһендәге эш һөҙөмтәһе, “Транснефть” уны Рәсәй сәнәғәте өсөн өҫтөнлекле йүнәлештәрҙең береһе тип иғлан ителгәнсе үк эшләй башланы. Әлеге насос һәм электр двигателдәре (һәм тағы бер нисә моделе) һуңғы йылдарҙа Силәбелә төҙөлгән ике заводта етештерелә. Был йыһаз алдынғы донъя стандартарына тап килә һәм иҫ киткес сифаттарға эйә, мәҫәлән, электр двигателенең юғары ышаныслылығы һәм энергия һөҙөмтәлеге тәьмин ителгән, һәм ул кәмендә ярты быуат хеҙмәт итәсәк. Насосты төрлө тармаҡта ҡулланырға була: магистраль насостарына ярҙам-терәк вазифаһын үтәйәсәк, нефть һәм нефть продуктары ағыҙыу, резервуар паркы эсендә нефть ҡыуҙырыу өсөн ҡулай.
– Төп фондтарҙы яңыртыуға иғтибар ҙур беҙҙә. Мәҫәлән, һуңғы өс йылда Башҡортостан Республикаһында ғына беҙ сәнәғәт ҡеүәттәрен камиллаштырыуға кәмендә 27 миллиард һум йүнәлттек, - ти «Транснефть – Урал» йәмғиәте баш инженеры Данир Әхмәров. – Күргәҙмәлә насос һәм электр двигателдәре (улар импортты алыштырыу сиктәрендә етештерелә), шулай уҡ донъяла тиңе булмаған үҙенсәлекле йыһаз тәҡдим ителгән. Иң мөһиме, был йыһаздарҙың бөтәһе лә Рәсәйҙә, «Транснефть»тең сәнәғәт майҙансыҡтарында етештерелә.
Үҙенсәлекле йыһаз – был, мәҫәлән, шахта төрөндәге герметиклаусы камера. Ул 300-1200 миллиметр диаметрлы торба үткәргестәрҙең 25 метр тәрәнлектә урынлашҡан һыу аҫты күсештәрен ремонтлау өсөн тәғәйенләнгән. Ҡатнаш магнит-ультратауыш дефектоскопына ла баҙарда тиңдәр юҡ: уның ярҙамында торба үткәргескә магнит, шулай уҡ ультратауыш диагностикаһы үткәрергә, буйҙан-буйға киткән ярыҡтарҙы, сварка йөйҙәренең арҡылы һәм буй кәмселектәрен, тарҡалыу, металл юғалтыуҙы асыҡларға була. Мәскәү янында торба эсен инспекциялау-тикшереү приборҙарының тотош ғаиләһе етештерелә – дефектоскоптар, профилемерҙар һ.б. Бөгөн бындай йыһаз Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә “Транснефть”тең магистраль торба үткәргестәре, шулай уҡ сит ил торба үткәргес компанияларының сәнәғәт объектары торошон күҙҙә тотоу мөмкинлеге бирә.
“Транснефть – Урал” стендында тармаҡ өсөн тәғәйенләнгән техника яңылыҡтарынан ҡала, “Транснефть”тең Рәсәйҙә торба үткәргес транспорты системаһын үҫтереү һәм камиллаштырыу буйынса башҡа эш йүнәлештәре лә тәҡдим ителде, әлбиттә. Шул иҫәптән сәнәғәт хәүвефһеҙлегенә һәм сәнәғәт контроленә ҡағылышлылары ла – сөнки ағымдағы 2020 йыл “Транснефть”тә һәм уның ойошмаларында тап ошо йүнәлештәргә бағышланған.
Читайте нас