+12 °С
Облачно
Общество
15 Сентября 2020, 11:33

«Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте нефть резервуарын файҙаланыуға тапшырҙы

“Транснефть-Урал” йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы Благовар районында “Языково” линия сәнәғәт-диспетчер станцияһында нефть һаҡлау өсөн 5 мең куб. метр һыйҙырышлы резервуарҙы техника яғынан үҙгәртеп ҡорғандан һуң файҙаланыуға тапшырҙы

Үҙгәреш барышында һыйышлыҡтың стенаһы өлөшсә алыштырылған – тотош ауырлығы 46,3 тонналыҡ металл ҡоролма урынлаштырылған. Резервуарзың металл ҡоролмаһының тотош ауырлығы 120 тонна, бейеклеге 15 метрлап, диаметры кәмендә 21 метр тәшкил итә. Алмаштырылған металл ҡоролманың тотош майҙаны 3,2 мең квадрат метрҙан артыҡ тәшкил иткән тышҡы һәм эске яғына коррозияға ҡаршы сара йөгөртөлгән. Тоташыу үҙәгенән резервуарға тиклем өлөштә технология торба үткәргестәре тулыһынса алыштырылған.
Резервуарҙы әйләндереп алған һакланыу ҡоролмаһы – бейеклеге ике метрлап, түбәһе киңлеге 0,5 метр һәм нигеҙендә 3,5 метр тәшкил иткән эттереп күтәртелгән тупраҡ өйөмө ремонтланған. Өйөмдең сыҙамлылығын арттырыу өсөн уның стеналары ваҡ таш тултырылған георәшәткә менән нығытылған.
Хәҙер “Языково” линия сәнәғәт-диспетчер станцияһының резервуар паркында тағы бер биш мең куб. метр һыйҙырышлы вертикаль ҡорос резервуарҙны яңыртып ҡороу эше дауам итә.
Был эш техник үҙгәртеп һәм яңыртып ҡороу программаһы сиктәрендә үткәрелгән. Маҡсаты – торба үткәргес тармағы объекттарының ышаныслы һәм хәүефһеҙ эшен тәьмин итеү.
Читайте нас