+19 °С
Облачно
Общество
1 Сентября 2020, 09:17

Иҫтәлеккә бер ус тупраҡ

Октябрьский ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһармандарҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса хәрби-ватанға тоғролоҡ рухындағы сара уҙҙы. Ул быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан иғлан ителгән Хәтер һәм дан йылы сиктәрендә ойошторолдо.

Октябрьский ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһармандарҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса хәрби-ватанға тоғролоҡ рухындағы сара уҙҙы. Ул быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан иғлан ителгән Хәтер һәм дан йылы сиктәрендә ойошторолдо.
Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы күрһәтмәһен үтәү маҡсатында Геройҙар ерләнгән урындарҙан тупраҡты алып, капсулаға урынлаштырыу саралары дауам итә. Октябрьскийҙа был Советтар Союзы Геройы Талип Латип улы Нөркәев, Советтар Союзы Геройы Шакирйән Йосоп улы Ғатиатуллин, Дан орденының тулы кавалеры Поликрап Иванович Анпилогов.
Сарала ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары О.Латипов, Геройҙарҙың туғандары һәм яҡындары, Октябрьский ҡалаһы хәрби комиссары Р. Тажетдинов, Октябрьский ҡалаһы һуғыш һәм хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм БР хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары ветерандары советы вәкилдәре, шулай уҡ Бөтә Рәсәй Йәш әрмеселәр балалар-үҫмерҙәр хәрби-ватанға тоғролоҡ йәмәғәт хәрәкәте ҡатнашыусылары һәм ҡала “Гвардия” спорт хәрби-ватанға тоғролоҡ клубы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусылар герой-яҡташтарының батырлыҡтарын, һуғыштан ҡайтып, йәш нефтселәр ҡалаһын төҙөүҙә туранан-тура ҡатнашҡан фронтовиктарҙың данлыҡлы тормош юлын иҫкә алды.
Бөтә октябрьскийлылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы ҡәберлектәрҙә бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Тантаналы шарттарҙа һәр ҡәберҙән Талип Латип улы, Шакирйән Йосоп улы һәм Поликарп Ивановичтың балалары янсыҡтар-ға бер ус тупраҡ алып һалды һәм уларҙы ҡала хәрби комиссары
Р.Тажетдиновҡа тапшырҙы. Был янсыҡтар Рәсәй Федерацияһы Төп Ҡораллы Көстәр тарих-мемориал комплексына оҙатылды. Шулай итеп, бөтә Ватан Геройҙарының исемдәре, тарихтары һәм ҡәберенән алынған тупраҡлы янсыҡтар илебеҙҙең уртаҡ мемориал комплексында урын аласаҡ.
Читайте нас