+20 °С
Облачно
Общество
1 Сентября 2020, 09:19

Ауылға инеү юлын тәртипкә килтерҙеләр

Кәрәкәшле ауылында иҫ киткес татыу һәм тырыш кешеләр йәшәй.

Кәрәкәшле ауылында иҫ киткес татыу һәм тырыш кешеләр йәшәй.
Нимәгә генә тотонһалар ҙа, һәр ваҡыт берҙәм, үҙ-ара аңлашып һәм ихлас эшләй улар. Был бәләкәй генә ауылда төҙөкләндереү эштәре иртә яҙҙан башлана. Башта һәр кем үҙенең шәхси ярҙамсы хужалығы территорияһын тәртипкә килтерә. Бында барлығы 23 йорт бар, уларҙың дүртеһе һуңғы йылдарҙа ғына төҙөлгән.
Унан ауыл халҡы Фәйрүз Абдуллин етәкселегендә зират территорияһын йыйыштыра, төҙөкләндерә. Әлеге изге эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Был бәләкәй ауылда 56 кеше бер татыу ғаилә кеүек йәшәй. Улар барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ауыл старостасы Фәнәһиә Ғарифуллина – бөтә эштәрҙе башлап йөрөүсе. Ул шулай уҡ Кәрәкәшле ауылы ветерандар советы рәйесе лә. Фәнәһиә Ғарифуллина үҙ вазифаһына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, хеҙмәте өсөн уға ауыл халҡы да бик рәхмәтле.
Кәрәкәшле ауылында йәшәүселәр бик әүҙем халыҡ. Ниндәй ҙә булһа берәр игелекле ғәмәлгә өндәшеү генә кәрәк – бөтә ауыл менән киләләр. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфирә Әхмәтова башланғысындағы “Игелекле 100 ғәмәл” проекты сиктәрендә сираттағы төҙөкләндереү сараһы үтте – бергәләшеп ауыл янындағы сүп үләндәрен саптылар. Тап бына ауылға инеү юлы уның халҡының хеҙмәт һөйүсәнлеген иҫбатлай. Бында тәртип – тимәк, ауылда һәм һәр ғаиләлә лә тәртип. Афарин, кәрәкәшлеләр!
Н. ТРОФИМОВА,
Дүртөйле ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе.
Был битте Маргарита
ӘХМӘТОВА әҙерләне.
Читайте нас