+15 °С
Облачно
Общество
28 Августа 2020, 12:38

Тыныс тормош өсөн көрәшеүсе Шәрифә Ҡадырова

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Ҡадырова Шәрифә Шакир ҡыҙы Ҡандраның 2-се һанлы мәктәбенең 10-сы синыфында уҡый. Өҫтөндә иҫке фуфайка, аяғында сабата, үҙе ас, ә 14 саҡрым араны көн дә йәйәү үтеп белем алырға бара!


Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Ҡадырова Шәрифә Шакир ҡыҙы Ҡандраның 2-се һанлы мәктәбенең 10-сы синыфында уҡый. Өҫтөндә иҫке фуфайка, аяғында сабата, үҙе ас, ә 14 саҡрым араны көн дә йәйәү үтеп белем алырға бара!
“Бөтәгеҙ ҙә фронтҡа!
Шулай тырышып йәшәп ятҡанда, фашист илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып инә. Ир-аттарҙы фронтҡа алыу башлана. Һәр бер йорттан тиерлек ауылдаштары илебеҙҙе һаҡларға һуғышҡа китә, ә Шәрифәнең ата-әсәһе өлкәндәр, һылыуы бик йәш була. Ә уға 18 йәш! Үҙеңде әллә нимәләр эшләргә әҙер итеп тойған, йәшлектең иң сая, иң сәмле, иң ҡыйыу сағы! “Бөтәгеҙ ҙә фронтҡа! Ер-әсә саҡыра!” – тигән лозугтар ҙа күңелде елкендерә. Ҡандра районынан 5 (шулар иҫәбендә Шәрифә лә) һәм эвакуацияланған 2 ҡыҙ өйҙәренә повестка тотоп ҡайтып инә. Өфөнөң йыйыу пунктына бөтә республиканан 3 меңгә яҡын ҡыҙ килә. Уларҙы эшелонға тейәп Камышин ҡалаһына алып китәләр. Унда 1 ай әҙерлек курсы үтәләр, уларға немец самолёттарын айырырға өйрәтәләр. Һалдаттарҙы һауаны күҙәтеү, хәбәрләшеү һәм элемтә үҙәгенең 103-сө айырым ҡыҙҙар батальонына тәғәйенләйҙәр, хәрби кейем тараталар. Ҡыҙҙар өсөн махсус тегелгән кейем булмай. Салбарҙар ҙур, төшә лә китә, англиянан ебәрелгән ауыр ҡалын табанлы 40-сы үлсәмле ботинкалар әллә нисә ҡат сылғау ураһаң да аяҡта тормай, гимнастёркаларҙың еңе оҙон була. Кейенеп алған ҡыҙҙарға винтовка, потрон менән тулы подсумка, противогаз бирәләр һәм Сталинградҡа алып китәләр.
Немец самолетын
тауышынан үк айыра
Яҡын-тирәлә төҙөлөш батальоны ҡаҙып ҡуйған окоптар, землянкалар була. Бындай күҙәтеү пункттары 12 саҡрым һайын, шахмат тәртибендә әҙерләнгән була. Һәр береһенә 6-шар ҡыҙҙы тәғәйенләйҙәр. Береһе бинокль менән һауаны күҙәтә, икенсеһе рация артында ултыра, башҡаларына ла эш етерлек. Ҡыҙҙарҙың бурысы: самолёт тауышын ишетеү менән бинокль аша ҡарап ниндәй самолёт, кастель алына торғанмы-юҡмы, нисә моторлы, курсы ниндәй икәнен рация аша рота посына, батальонға, аэродромға хәбәр итеү. Бер самолёт та күҙ уңынан ситтә ҡалмай. Шәрифә апай ул ваҡыттағыса итеп әйтеп тә күрһәтте:” ПО 39-сы пост, ”Одуванчик”, “Юнкерс-88”, 2 моторлы, 500 метр бейеклектә, трапеция яҫылығы, торған костель, курс 180.” Тора-бара ҡыҙҙар немец самолёттарын тауышынан уҡ айыра башлай. Бигерәк тә “Хенкель” теңкәләренә тейә: килеп тә сыға, бомба ырғыта ла башлай. Бомбёжка ваҡытында ла бурысты оноторға ярамай: һәр самолёт тураһында тулы мәғлүмәт штабҡа еткерелергә тейеш. Шуға ла, ундай саҡта, тәрәнерәк итеп ҡаҙылған “тыңлау соҡоро”на төшөп күҙәтәләр. Йәш ҡыҙҙарға бындай саҡтарҙа ҡурҡыныс була.
Шәрифә апай өсөн иң ҡаты һуғыш Сталинградта була. Бер туҡтауһыҙ осҡан дошман самолёттары тураһында хәбәр итеп өлгөрөүе ауыр. Тирә-яҡта мәхшәр: бомбалар ярыла, пулялар ямғыры яуа, снарядтар һыҙғара, дары еҫе, төтөн... Нисек кенә ҡурҡыныс булмаһын, посты ҡалдырырға ярамай, бындай уй баштарына ла инмәй. 2 тәүлек ашарға ла килтереп еткерә алмайҙар, поста торған Шәрифә Ҡадырованы алыштырыусы ла булмай, сөнки Бәләбәй ҡыҙы Какашенская Надежда обстрел ваҡытында һәләк була. Ул шул тиклем арый, баҫып торған еренән күҙҙәре йомола башлай. Былай булһа, эш харап! Яңылыш йоҡлап китһә, штабҡа башҡа хәбәр итеп тороусы булмаясаҡ, күпме кеше ғүмере ҡыйыласаҡ! Нисек тә түҙергә! Шәрифә Шакир ҡыҙы әмәлен таба, ҡайышын сисеп үҙен бағанаға беркетеп эләктереп ҡуя. Баҫҡан еренән йоҡомһорап китә лә, самолёт гөрһөлдәүенә уяна, рациянан хәбәр итә лә, тағы күҙҙәре йомола. Нисек кенә булмаһын, бер генә самолёт тураһында ла хәбәр итмәй ҡалмай. Ике тәүлек үтеүгә, уның эргәһенә батальон командиры Бараненко машинаһы килеп туҡтай. Честь биреп, рядовой Ҡадырова! – тип әйтә башлаған ҡыҙҙы машинаға ултыртып алып китә һәм санчасҡа илтә. Унда 2 тәүлек бер нәмә белмәй йоҡлай... Һуғышта ял, йоҡо бик эләкмәй шул һалдатҡа! Ошо ваҡиғанан һуң Шәрифә апайға ефрейтор званияһы, “Хәрби һәм сәйәси хеҙмәт отличнигы” билдәһе тапшырыла.
Һәр минут еңеү
тураһында хыялланыу
Бөтә ерҙә лә ҡыҙҙарҙың һуғышта йөрөүенә аптырайҙар ине. Ҡыҙҙар батальоны ойоштороуға Башҡортостан инициатор булған икән. Һуғышта йәш ҡыҙҙарға бик ауырға тура килде шул. Үҙебеҙ 45 килограмм, йөкмәгән нәмәләр 33 килограмм була торғайны. Йәйге селләлә поста торғанда шинелде лә төрөп арҡаға аҫырға тейеш инек. Ауырлыҡҡа ла, ҡайғы-хәсрәткә лә түҙҙек, үҙебеҙ тураһында уйламаныҡ, тиҙерәк илебеҙҙе фашистарҙан таҙартырға тырыштыҡ. Мин һуғышта 3 йыл да 3 ай булдым. 1942 йылдың август – октябрь айҙарында Сталинград фронтында, 1942 йылдың октябренән 1943 йылдың мартына тиклем Дон фронтында, 1943 йылдың мартынан алып 1945 йылдың 9 майына тиклем Белорус фронтында хеҙмәт итеп, Еңеүҙе Германияның Бранденбург ҡалаһында ҡаршы алдым. (Познань менән аралары 10 саҡрым тирәһе) Землянканан сығып барғанда Полина Иванованы күреп ҡалдым.”Победа! Мы победили! А теперь куда денемся?“ – ти. Ул ошонда ҡалдырыуҙарынан ҡурҡа ине. Һәр көн, һәр минут Еңеү тураһында хыяллана торғайныҡ, “Еңеү” һүҙен ишеткәс ҡаушап ҡалдым. Көскә башыма барып етте. Беҙ уйлағанса, шунда уҡ тыуған яҡҡа ҡайтарып ебәрмәнеләр. Тағы ла 3 ай күҙәтеү алып барҙыҡ.
Тыуған ергә аяҡ баҫыу оло бәхет!
Ниһайәт, зарығып көткән ҡайтыр көн килеп етте. Позднола батальондың иҫән ҡалған һалдаттарын йыйып сафҡа теҙҙеләр.Командир Бороненко Партияның рәхмәтен белдереп беҙҙе маҡтаны ла: “Ефрейтор Ҡадырова! 2 шага вперёд!” – тип бойорҙо. Мине бында ҡалдыралар икән, тип ҡотом осто, шулай ҙа сығып баҫтым. “Остроглазая башкирочка, тебе отдельное спасибо за службу, за то, что выдержала 2 суток без еды, без сна,а пост не покинула! Ты спасла много жизней! Ты внесла огромный вклад в Великую Победу!” – тине.
“Мәскәүгә бер ҙә ауырһынмай товарнякта ҡайттыҡ, беҙ өйгә хатта йәйәү йүгерергә лә әҙер инек.” – тип һөйләне Шәрифә Шакир ҡыҙы. Был ваҡытта уның уйсан күҙҙәре нурланып киткәндәй булды.
Шәрифә Ҡадырова Туҡтағолға 26 августа ҡайтып инә. Тыуған ергә аяҡ баҫыу әйтеп аңлата алмаҫлыҡ бәхет була! Ата-әсәһенең яғымлы ҡарашы, юҡ ҡына нәмәнән дә тәмле итеп әҙерләнгән ризыҡ, ҡайын миндеге һәм парлы мунса...
Ял итеп ятырға ваҡыт булмай, Шәрифә Шакир ҡыҙын мәғариф бүлегенә саҡырталар. Мәғариф бүлеге мөдире Латыпова Әнисә Ғәли ҡыҙы уҡытыусыларҙы яугир ҡыҙ менән таныштыра һәм уны Ярмунса мәктәбенә военрук итеп эшкә ебәрә. Шәрифә Шакир ҡыҙы ситтән тороп Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлай.
1947 йылда Шәрифә Ҡадырова Бүздәк районы Йондоҙло ауылы егете Кашфулла Ғиниәтулла улына тормошҡа сыға. Ул ҡатынын шул тиклем ярата, хөрмәт итә, хатта сессия ваҡытында, 100 саҡрымдағы Бәләбәйгә велосипедҡа ултыртып илтеп ҡуя һәм барып ала. Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы өс ҡыҙ донъяға килә. Тәүгеһенә яуҙашы хөрмәтенә Тамара, икенсеһенә Сталиндың ҡыҙының исемен Светлана, кинйәкәйенә Гөлшат тип исем ҡушалар. Балалары аҡыллы, кешелекле булып үҫә. Өлкәне хаҡлы ялға сыҡҡансы, Йәрмөхәмәттә балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй, Светлана Кәшфулла ҡыҙы ашығыс ярҙам күрһәтеү бүлегендә шәфҡәт туташы, кинйәһе туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләй.
Сталинградта үлем менән көрәшкәндә: ”Иҫән – һау ҡайтһам, ата-әсәйемде үҙем ҡараясаҡмын!”- тигән һүҙенә тоғро ҡалып, икеһен дә үҙе ҡарап һуңғы юлға оҙата.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1990 йылда Кашфулла Ғиниәтулла улы вафат була. Һуғыш тамуғын, замана ауырлыҡтарын ғорурлыҡ менән күтәргән көслө рухлы Ҡатын – ҡыҙ, ауыр юғалтыуҙан һығылып төшмәй, һөйгәнен юҡһынмаған бер генә көнө булмаһа ла, түҙә...
“Ваҡыт үткән һайын хөкүмәтебеҙ беҙҙе нығыраҡ иҫкә ала, – тип дауам итте һүҙен Шәрифә Шакир ҡыҙы – Һуғыш ветераны булараҡ бүленгән аҡсаға, ҡаланан фатир алыуҙан баш тартҡас, йорт һалып бирҙеләр. Әле бөтә шарттар булдырылған уңайлы өйҙә Светлана ҡыҙым менән бергәләп йәшәп ятабыҙ.”
Ысынлап та, хөкүмәтебеҙ ветерандарҙы онотмай, 18 рәхмәт хаты, күкрәген биҙәгән “2-се дәрәжә Ватан һуғышы” ордены, “Саратов күген һаҡлаусы” билдәһе, “Еңеү өсөн”, “Сталинградты һаҡлау өсөн” миҙалдары янына “Еңеүҙең 20 йыллығына”, “Еңеүҙең 30 йыллығына”, “Еңеүҙең 60 йыллығына”, “СССР хәрби көстәренең 40 йыллығына”, “СССР хәрби көстәренең 50 йыллығына”, “55-се йыл. Фронтовик 1941-1945”, “Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡ өсөн”, ”Маршал Жуков миҙалы”, “СССР хәрби көстәренең 60 йыллығына”, “Еңеүҙең 70 йыллығына“ миҙалдары ла өҫтәлә тора. Ошо сибек кенә ҡыҙҙарҙың һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн был бүләктәр ҙә аҙ кеүек. Тыныс күк аҫтында үҫкән беҙҙең бәхетле быуын Ветерандарға мәңге бурыслы!
Шәрифә Шакир ҡыҙы хәтирәләре, өгөт-нәсихәте, шәхси үрнәге менән һуңғы һулышынаса йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләне.
Ваҡыт, йүгерек арғымаҡтай, алға елдерә. Бына илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йылын ҡаршылай. Тик был юлы Шәрифә Шакир ҡыҙы Рамазановаһыҙ... Ҡыҙғанысҡа ҡар-
шы, йылдар үткән һайын, һу-ғыш әсеһен күргән ветерандар арабыҙҙан китә бара. Тыныс тормош өсөн көрәшеүселәр хәтеребеҙҙә, күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Ләлә Абзалова
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.
Читайте нас