Күптән түгел Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулды. Ошо уңайҙан республикабыҙ халҡы өсөн интернет селтәрҙәрендә төрлө саралар ойошторолдо. Беҙҙең дә сәйәхәтебеҙҙең бер өлөшө “бер аҙым алға баҫам да, әйләнәм мин артыма, ҡайҙа баҫҡандар икән тип, күҙ һаламын халҡыма” тип яҙған әҙип менән бәйле булды.
Халыҡ шағирының йорт-музейында булыу сәйәхәтселәрҙең хәтирәләрен яңыртты: кемдер уның ҡасандыр илай-илай уҡыған « Ҡара йөҙҙәр»ен иҫкә алһа, икенселәре ярыша-ярыша шиғырҙарын яттан һөйләне. Музей етәксеһе Рәсилә Нәжметдинова ҡунаҡтарҙы экспонаттар менән таныштырҙы, шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында ентекле һөйләне. Ғафуриҙарға, Ғафури тураһындағы яҡты иҫтәлектәрҙе һаҡлағандары һәм йылдар дауамында быуындан-быуынға аманат итеп тапшырып килгәндәре өсөн, рәхмәт әйтә-әйтә халыҡ шағирының исемен йөрөткән паркка юлландыҡ. Был ял паркы Мәжит Ғафуриҙың 100 йыллығы уңайынан асылған булған. Шағир шишмәһенең һыуын эсеп, тәндәребеҙгә сихәт, йәндәребеҙгә рәхәтлек алдыҡ.