Йәрмәкәй муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Райманов Сөйәрмәт ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абзалетдин Нафиҡовты иҫтәлекле датаһы менән ҡотланы. Абзалетдин Хөснөтдин улына 104 йәш тулды.
Һуғыш башланғас ветеран Калинин фронтында һуғыша. 1941 йылдың авгусында яраланғандан һуң, әсирлеккә эләгә. Дүрт йыл эсендә һалдат күп ауырлыҡтар күрҙе, ә һуғыштан һуң фильтрация ла үтте. Өйгә 1947 йылда ғына ҡайта. Ауыл хужалығында эшләй, ғаилә ҡора, алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙер ветеран кесе улының ғаиләһе менән йәшәй.
Фронтовикты ҡотлап, район хакимиәте башлығы Илшат Райманов һәм ауыл биләмәһе башлығы Клара Нәсибуллина, уның бөтә ғүмере – ауыл хужалығына, тыуған ергә тоғролоҡло хеҙмәт итеү өлгөһө, тип билдәләп үтте.