+13 °С
Ясно
Общество
28 Августа 2020, 12:41

Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы призёры

Шаран районы муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин 2020 йыл Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының экология буйынса йомғаҡлау этабы призёры Аяз Гәрәев һәм уның ата-әсәһе менән осрашты. Ул быйыл М. Фәрхетдинов исемендәге Мичурин мәктәбен тамамланы.

Илгиз Мәғдән улы Аязды Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында лайыҡлы сығыш яһауы һәм республиканың иң яҡшы уҡыусылары сафтарын тулыландырыуы менән ҡотланы. И. Сәмиғуллин Аяздың алдағы пландары менән ҡыҙыҡһынды, киләсәктә республиканың мәртәбәле вузын (Аяз Өфө дәүләт нефть техника университетына БДИ һөҙөмтәләренән тыш уҡырға ҡабул ителде) тамамлап, тыуған районына ҡайтыуына өмөт белдерҙе, бүләк сертификаты тапшырҙы.
Бөтә Рәсәй уҡыусылар олим-пиадаһының йомғаҡлау этабы дипломын Аяз мәктәптә сығарылыш имтихандары тапшырғандан һуң алды. М. Фәрхетдинов исемендәге Мичурин мәктәбе химия һәм биология уҡытыусыһы В. Аҡбулатов та үҙ эше һәм һәләтле уҡыусыға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булды. Һәләтле уҡыусыларыбыҙҙың республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара олимпиадалар һәм бәйгеләр призёрҙары булыуы өсөн ни тиклем көс, оҫталыҡ һәм түҙемлек кәрәк! Аяздың ата-әсәһе Рим Мәғдән улы менән Дилә Мирзанур ҡыҙы ла үҙ адрестарына күп йылы һүҙҙәр ишетте, улар улдарына һәр яҡлап ярҙам итә.
Читайте нас