+19 °С
Дождь
Общество
28 Августа 2020, 12:39

Ауылдаштарының исемдәре мәңгеләштерелде

Яңы Ҡаръяуҙы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтары иҫтәлегенә мемориал асыу тантанаһы уҙҙы. Дәһшәтле һуғыш йылдарын үткән, өйҙәренә еңеү менән ҡайтҡан һәм яу ҡырҙарында ятып ҡалған яҡташтарына ихтирам-хөрмәтен шул реүешле белдерҙе ауыл халҡы.

Яңы Ҡаръяуҙы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтары иҫтәлегенә мемориал асыу тантанаһы уҙҙы. Дәһшәтле һуғыш йылдарын үткән, өйҙәренә еңеү менән ҡайтҡан һәм яу ҡырҙарында ятып ҡалған яҡташтарына ихтирам-хөрмәтен шул реүешле белдерҙе ауыл халҡы.
Әлеге Дан мемориаль таҡтаһында ауылдан һуғышҡа киткән 100 кешенең исеме мәңгеләштерелгән. 100 исем – улар яҡташтарыбыҙҙың бер нисә быуыны өсөн һалдат батырлығы һәм иң яҡшы кешелек сифаттарының мәңгелек өлгөһө.
Инде күптән ауыл халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарының исемдәрен мәң-геләштереү теләге менән янды. Һәм бына юбилей йылында был теләкте тормошҡа ашырырға булдылар. Бының өсөн һуғышта ҡатнашыусылар исемлеген тик-шерҙеләр. Мемориал төҙөү һәм уның территорияһын төҙөкләндереү эштәрен башҡарыусы төҙөлөш ойошмаһы билдәләнде. Һәйкәл ауыл уртаһында, иҫке мәктәп урынында урынлашҡан (юлдан үткәндә күренеп тора).
Яҙҙан алып, төҙөлөш эштәре тамамланғанға тиклем шәмбе өмәләре ойошторолдо, Яңы Ҡаръяуҙы ауылы халҡы уларҙа әүҙем ҡатнашты. Мемориал төҙөүгә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты, ауыл халҡы һәм ауылда тыуып-үҫкән, хәҙер ситтә йәшәгән кешеләр иғәнәләре һәм Мичурин ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы В. Корочкин ярҙамында ирешелде. М. Фәрхетдинов исемендәге Мичурин мәктәбе уҡытыусыһы һәм социаль педагогы, Яңы Ҡаръяуҙы ауылында йәшәүсе А. Низаева – әлеге проектың инициаторы, ул битараф булмаған кеше, әүҙем йәмәғәтсе.
Тантаналы сарала Мичурин ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы В. Корочкин, муниципаль район хакимиәте вәкиле А.Минлин һәм ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Ф. Ғәлләмов сығыш яһаны.
Яңы Ҡаръяуҙы ауылының иң әүҙем кешеләренә муниципаль район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәренән рәхмәт хаттары тапшырылды.
Яңы Ҡаръяуҙы ауылында хәҙер ауыл халҡы, унда тыуып-үҫкән кешеләр, үҫеп килеүсе быуынға олаталарын һәм ҡарт бабаларын хөрмәт менән иҫкә алыу урыны барлыҡҡа килде, улар бында эскәмйәлә ял итеп, тыныс тормошҡа һөйөнә ала.
Читайте нас