+22 °С
Облачно
Общество
16 Июня 2020, 09:05

Тимур Ҡасимов: « Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү өсөн һайлау участкаларына барғанда коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу сараларын күреү зарур»

1 июлдә ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнө.

1 июлдә ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнө.
Был мөһим сара айҡанлы үҙ фекерен юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһы доценты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының конституцион һәм административ хоҡуҡ кафедраһы доценты Тимур Салауат улы Ҡасимов белдерҙе.
“Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү өсөн һайлау участкаларына барғанда коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу сараларын күреү зарур. Быға эпидемияның дауам итеүе сәбәпсе. Ошо көндәрҙә һайлау участкаларында ла саралар күреләсәк”, – тине Тимур Салауат улы.
Тауыш биреү өсөн бинаға (урынға) инер алдынан битлек кейеү, мотлаҡ рәүештә тән температураһын үлсәттереү, ҡулдарҙы дезинфекциялау өсөн антисептик саралар файҙаланыу зарур. Аҙыҡ ашау, эсемлектәр ҡулланыу һәм ҡул бирешеү ҡәтғи тыйыла.
Фото: bashedu.ru.
Читайте нас