+22 °С
Дождь
Общество
15 Июня 2020, 07:08

Лида Иҫәргәков: «Дәүләттең мәҙәниәтте яҡлау һәм һаҡлау факты бик мөһим» 

1 июлдә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү үтә.

1 июлдә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү үтә.
Үҙ фекере менән Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Лида Иҫәргәкова уртаҡлашты.
“Әгәр бала ата-әсәһенең тауыш биреү кеүек сараларҙағы гражданлыҡ әүҙемлеген күреп үҫһә, ул да оло тормошта үҙен шулай тотасаҡ. Ә тарих һәм йәмғиәт белеме дәрестәрендә алған белеме фекерен нығытасаҡ ҡына. Ғаиләһе, иле өсөн яуаплы булғандар был көндә тауыш биреүгә мотлаҡ барасаҡ. Ә бит бының өсөн күп тә кәрәкмәй – төҙәтмәләр проекты менән танышыу һәм үҙеңдең ҡарарыңды бланкта күрһәтеү етә. Республика халҡы тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыр тип ышанам”.
Рәсәй Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләргә килгәндә, Лида Иҫәргәкова мәҙәниәт һәм халыҡтың именлеге өлкәһендә индерелгән үҙгәрештәргә айырыуса иғтибар итергә кәңәш бирә:
“Дәүләттең мәҙәниәтте яҡлау һәм һаҡлау факты бик мөһим. Минималь эш хаҡының йәшәү кимәленән кәм булмауын тәьмин иткән һәм гарантиялаған төҙәтмә лә, минең ҡарашҡа, мөһим. Пенсияны йылына бер тапҡырҙан да кәм булмағанса ҡайтанан иҫәпләү ҙә. Әлеге ябай булмаған социаль-иҡтисади шарттарҙа билдәләнгән был гарантиялар ил граждандарында киләсәккә ышаныс тыуҙыра”.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас