+10 °С
Ясно
Общество
5 Июня 2020, 07:29

“Спорт – йәшәү нормаһы”

Ошо программаға ярашлы, Ҡыҙылъяр ауылындағы стадионда ГТО нормаларын тапшырыу өсөн тренажерҙар ҡуйылған

Добавить в предпочтительные источники Google
Былтыр Башҡортостандың 20 районына ГТО майҙансыҡтары төҙөүгә аҡса бүленгәйне. Улар араһында Нуриман да бар ине. Был майҙансыҡтар “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты нигеҙендә төҙөлә.
Ошо программаға ярашлы, Ҡыҙылъяр ауылындағы стадионда ГТО нормаларын тапшырыу өсөн тренажерҙар ҡуйылған. Уларҙы район үҙәгендәге Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре монтажлаған.
315 квадрат метрҙағы майҙансыҡҡа йомшаҡ резина япма түшәлгән, тренажерҙар – гимнастика эскәмйәләре, турниктар, ҡулсалы баскетбол щиты, степперҙар, эллиптик һәм велотренажерҙар, өҫтәл теннисы таҡтаһы – ҡуйылған.
Майҙансыҡ бөтә Нуриман районы халҡы өсөн асыҡ эшләйәсәк.
Читайте нас