Февралдә капиталь ремонттан һуң Ишембай үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлеге асылғайны. 1951 йылда һалынған иҫке бина күптән инде заман талаптарына яуап бирмәй ине. 2018 йылдың декабрендә республика Башлығы Радий Хәбиров барғас, мәсьәләлә алға китеш күҙәтелде. Төбәк етәксеһе табиптар, йәш әсәләр менән аралашҡанда ике йылдан Ишембайҙа яңыртылған бала табыу йортон сафҡа индерергә вәғәҙә иткәйне.
Ул һүҙендә торҙо. Бер йыл эсендә төҙөүселәр ишек, тәҙрәләрҙе, инженерлыҡ системаларын алмаштырҙы, фасадты, бүлмәләрҙе, ҡоймаларҙы төҙөкләндерҙе.
– 2003 йылда уҡ ишембайҙар яңы бала табыу йорто төҙөүҙе үтенгәйне. Беҙ ҡарар ҡабул иттек һәм Ишембайҙа бала табыу йортон ғына түгел, ә муниципаль-ара перинаталь үҙәкте проектланыҡ, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. – Төҙөлөшкә ике йыл китәсәк, әлегә иҫке бала табыу йортон тәртипкә килтереп торҙоҡ. Ҡәҙерле республика халҡы, ғаилә ҡороғоҙ һәм ҡурҡмайынса бала табығыҙ!