+18 °С
Ясно
Общество
4 Июня 2020, 11:42

Күршең үҙеңдән яҡшыраҡ булһын

“Ауыл күрке – урам ҡото”

“Ауыл күрке – урам ҡото” – тип әйтер инем, урамыбыҙҙың алтын бағанаһы тип тә өҫтәр инем ут күршем, ярты быуат бергә, бер туғандай йәшәгән Шамил Вәхит улы Абдулов тураһында.
Туғыҙынсы тиҫтәне тултырып килгән (1932 йылдың 15 мартында тыуған) кешегә бабай тип әйтергә лә телем әйләнмәй. Ул бөгөн дә етеҙ, һәр ваҡыт ишек алдында, ҡулында көрәк, һәнәк, салғы, кәтмән... Хужалыҡтағы көндәлек эште ҙур теләк менән, еренә еткереп башҡара. Ҡапҡаһын асып инеү менән таҙалыҡ, тәртип күҙгә ташлана, ә үҙе билен ҡайыш менән быуған һәм нимәлер эшләй: йә ер көрәй, йә һеперә, йә бейек һарай түбәһенән малдарға аҙыҡ ташлай. Мал ҡарауҙы ла килененә “ышандырмай”, “үҙем, үҙем эшләйем”, – тип тора.
Ә бит ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәтле тормошо күптәр өсөн (бөгөнгө йәштәр өсөн бигерәк тә) ауыр хеҙмәт булып тойола.
“Ашын ашаған, йәшен йәшәгән, хәҙер, бәлки, тынғыһыҙланыу артыҡтыр”, тип әйтеүселәр ҙә барҙыр. “Ә бит ошо тынғыһыҙлыҡ миңә йәшәргә көс бирә,” – тип әйтә Шамил ағай. Нисек һуң ул шундай хеҙмәт һөйөүсән булып ҡалған?
Бала саҡ – уйнап туймаҫлыҡ осор. Ә Шамил һигеҙ йәшендә, ун бер йәшлек ағаһы менән ҙурҙар башҡара торған яуаплы эшкә алына – ауылдың һарыҡ көтөүенә яллана. Сыҙай алмаҫлыҡ эҫе, оҙон йәй көндәре, ҡарлы-ямғырлы көҙгө һыуыҡ көндәр... Ялан аяҡ, ә ашарға – телемләп киҫелгән икмәк, ҡатыҡ... Ә һарыҡтар бит улар гел йөрөп тора.
Шул уҡ йылды ҡәһәрле һуғыш башлана. Ул йылдарҙың ауырлығын үҙ баштарынан үткәргән кешеләр генә белә бит инде. Нимә эшләйһең, барыһына ла түҙергә кәрәк. “5-се класта ике йыл уҡырға тура килде, сөнки имтиханға бара алманым, сират буйынса үҙебеҙҙең һыйырҙы егеп тырмаға төшөп киттем”, – тип иҫкә ала ул, атаһы оло йәштә, ә ағайҙарының береһе фронтта, икенсеһе ФЗУ-ла. Ә һуңынан инде ер һөргәндә үгеҙҙәрҙе етәкләп йөрөү (һабанды ололар туралап тота), бесән өҫтөндә күбә төбө йыйыу, бойҙай баҫыуанда сүп үләндәрен утау, һалам эҫкертләү – ниндәй эшкә көс етә, бөтәһен дә башҡарырға тура килә. Уға был ваҡытта ни бары 13 кенә йәш!
“Ауыр ине”, – тип иҫкә алмай Шамил ағай был ваҡытты. Ә еңел булмаған бит. Бына шулай сыныҡҡан, эшкә өйрәнгән быуын бит ул!
“Егет кешене хәрби хеҙмәт ныҡ сыныҡтыра бит”, – ти Шамил ағай.
Дүрт йыл Тыныс океан флотында зенит артиллерияһында хеҙмәт итә (орудие командиры), ә һуңынан Сучан шахтаһында ике йыл эшләй. Тыуған йортҡа ҡайтҡас, ең һыҙғанып донъя көтөргә тотона, берҙән-бер ир-ат (атаһы үлгән, ағаһы ситтә). Йорт, һарай – барыһын да тергеҙергә кәрәк. Ҡайтҡан көндән колхозға эшкә сыға.
1958 йылда ауылда тракторсылар әҙерләү курсы асыла. Өс ай бик теләп техника үҙләштерә һәм 30 йылдан артыҡ гусеницалы тракторҙа алдынғы тракторсы була.
Уның трактор кабинаһында һәр ваҡыт Социалистик ярышта еңеүсе вымпелы була. Һабантуйҙарҙа, “Сәсеү батыры” тип данлана, күп маҡтау ҡағыҙҙаары, ҡиммәтле бүләктәр ала, Хеҙмәт ветераны, “Һуғыш ветераны” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Бына шундай ауыр хеҙмәт юлы үткән Шамил ағай бөгөн дә сафта тип әйтеп була: ул ҡулынан килгән эште башҡара алыуына һөйөнөп, кесе улы Наил һәм килене Руфинаға ныҡлы терәк булып йәшәй.
Оло йәштәге кешегә тормош юлын барлағанда иң кәрәге – балаларының, ейәндәренең иғтибары, ихтирамы, хөрмәте. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул,” – ти халыҡ мәҡәле. Шундай тырыш ғаиләлә тәрбиәлән-гән балалар атайҙарын шатландыра.
Оло улы Марс – Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Бәләбәй районында Малиновка хужалығын етәкләй, Азат, нефть институтын тамамлап, Мәскәү ҡалаһында яуаплы баш белгес, ә кесе улы Наил: “Мин ҡалаға китмәйем, атайым кеүек тракторсы булам”, – тип әйтә ине һәм атаһы менән бергә, уның тракторында хеҙмәт юлын башланы. Атаһы пенсияға сыҡҡас, уны алыштырҙы, бер ишек алдына йорт һалды. Шулай итеп, бер ишек алдында ике йорт, бер хужалыҡ, берҙәм татыу тормош итәләр. Атайҙарын хөрмәтләп, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, бик татыу йәшәйҙәр. Әйткәндәй, был ишек алдында элек-электән ике йорт нигеҙе булған, өс бер туған татыу булып донъя көткән. Белеүемсә, элек туғандар йортто бер тирәгә һала торған булған. Туғанлыҡ хистәрен һаҡлау өсөн бик уңай күренеш бит был. Шулай булһа, бәлки, бөгөн дә ауылдар һүнеп бармаҫ ине.
Юғалтыуҙар ҙа булды. Ауыр сиргә дусар хәләл ефетенең уны ташлап китеүенә лә ун йылдан артты. Бер улы, ҡыҙы, ике ейәне уны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Был ҡайғыларҙы ла күтәрергә үҙендә көс тапты Шамил ағай.
Күрше хаҡы – тәңре хаҡы. Күршемдә шундай яҡшы кешеләр булыу менән мин бик бәхетле. Йорт төҙөгәндә, һарай тергеҙгәндә ярҙам итеүҙәренә мең-мең рәхмәтлемен. Ә Шамил ағайҙың: “Сәриә, яҡшы күрше булдығыҙ, яҡшы йәшәнек”, – тип әйтеүе минең йөрәгемә май булып ята.
Мин шундай сабыр холоҡло, ярҙамсыл, оло йәнле, аралашыусан, кәрәкле кәңәштәрен бирә белеүсе күршем – Шамил ағайҙың әле күп йылдар беҙҙе лә, балаларын да һөйөндөрөп йәшәүен теләйем. Уның кеүек кешеләр ауылда күберәк булһын ине.
Сәриә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Тарҡаҙы ауылы.
Читайте нас