Благовар районының үҙәк балалар китапханаһы инвалид балалар араһында үткәрелгән “Йөрәгең менән батырлыҡҡа ҡағыл” Республика ижади бәйгеһендә ҡатнашты. Бәйгенең ойоштороусыһы - Башҡортостан Республикаһы һуҡырҙар өсөн махсус китапхана. Конкурс Бөйөк Ватан һуғышындағы Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Беҙҙең конкурсантыбыҙ Дончик Ефим “Беҙгә был турала оноторға ярамай...” номинацияһында ҡатнашты. Бәйге 1 марттан 15 майға тиклем бер нисә этапта үтте һәм ижади эштәрҙе ҡабул итеүҙе, уларҙы жюри тарафынан баһалауҙы, еңеүселәрҙе онлайн бүләкләүҙе үҙ эсенә алды. Конкурс түбәндәгеноминациялар буйынса үткәрелде: 1.”Беҙгә был турала оноторға ярамай...” (инша, эссе, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында шиғыри хикәйә йәки проза). 2. «Кадрҙа китап: Бөйөк Ватан һуғышы тураһында китап» (мультимедиа продукттары: буктрейлерҙар, презентациялар). 3.”Һуғыштың изге биттәре” (ҡулъяҙма китап). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заман шарттарын иҫәпкә алып, интернет-конкурста еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында zoom платформаһында конференц-бәйләнеш формаһында 15 майҙа үтте. Конкурста ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә Дипломдар Рәсәй Почтаһы аша ебәреләсәк.