25 июндә “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы үҙенең 25 йыллығын билдәләй
I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сирек быуат элек – 1995 йылдың 1-2 июнендә үткәйне. Ҙур башҡорт йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихының йылъяҙмаһы тап ошо көндә асыла.
– Ойошмабыҙҙың сирек быуатлыҡ юбилейын Башҡорт теле йылында билдәләү тәрән мәғәнәгә эйә. Теүәл сирек быуат элек кеүек, әле лә телде, бай мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлау һәм халыҡты үҫтереү мәсьәләләре өҫтөнлөк итә. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә үткәрергә, ошо йылда әүҙем ҡатнашҡандарҙы билдәләп уҙырға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихына һәм яҙмышына ҡағылышы булған шәхестәрҙе бер өҫтәл артына йыйырға ниәтләйбеҙ, – тине Ҡоролтай президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Ҡурсаланыу осоронда ойошманың 25 йыллығына арналған сараларҙы онлайн тәртибендә уҙғарырға ҡарар ителде.
-- Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары юбилей йылында әүҙем эшләй. Ҡоролтай булдырылған көндән алып күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән бик күп осрашыуҙар үтте. Күләмле саралар уҙғарырға планлаштырғанда беҙ бөгөн районыбыҙҙың һәр ауылында йәшәгән халыҡтың үҙенсәлектәренә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибар бүлергә тырышабыҙ. Беҙҙә Раймантау моңдары, Ҡурай байрамы бәйгеләре гөрләп үтә. Быйылғы йылда Дуҫлыҡ ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашты һәм махсус призға лайыҡ булды. Конкурсҡа әҙерлек эштәрендә район ҡоролтайы мөһим роль уйнаны. Шулай уҡ беҙҙә «Ағинәйҙәр» клубы эшләп килә, -- тип хәбәр итте Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гәүһәр Фазуллина. -- Беҙ Туймазы районында төрлө акциялар ойошторабыҙ, мәҫәлән, кисә, 1 июнь — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты махсус акция ойошторҙы – социаль селтәрҙәр аша улар балаларға бағышлап сығыш яһаны һәм үҙҙәрнең ҡотлауҙарын еткерҙе.