+20 °С
Дождь
Общество
29 Мая 2020, 10:19

Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади зонаһын булдырыуҙы раҫланы

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади зонаһын булдырыуҙы раҫланы. Федераль эксперттар был йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе.

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади зонаһын булдырыуҙы раҫланы. Федераль эксперттар был йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе. Мәҫәлән, Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Гутенев фекернсә, махсус иҡтисади зоналар схемаһы үҙен Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә тик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән.
"Бөтә Волга буйы федераль округы өсөн мөһим ваҡиға был. Махсус иҡтисади зона механизмы үҙен башҡа төбәктәрҙә яҡшы яҡтан күрһәтте. Башҡортостанда “Киләсәк инженерҙары” форумын үткәргәндән һуң күңелдә бик йылы хистәр ҡалғайны. Беҙ Өфө моторҙар эшләү берекмәһе майҙансығын һайланыҡ, унда 40 илдән 100-ҙән ашыу предприятие вәкиле килгәйне.
Башҡортостанда бына тигән юғары уҡыу йорттары бар. ӨДНТУ - беҙҙең традицион партнер, ул юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләй. Был зонала күҙалланған преференциялар бик һәйбәт инвестиция мөмкинлектәре булдыра", – тине ул.
Фото: bash.news
Читайте нас