+24 °С
Облачно
Общество
14 Мая 2020, 07:40

“Башавтотранс” предприятиеһы пассажирҙарға 57000 дана һаҡланыу сараһы тапшырған

Республиканың “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында транспортта битлек кейеү режимын күҙәтеү һәм кәрәкле автобустар һаны менән тәьмин итеү буйынса күп кенә саралар ҡаралған.

Республиканың “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында транспортта битлек кейеү режимын күҙәтеү һәм кәрәкле автобустар һаны менән тәьмин итеү буйынса күп кенә саралар ҡаралған.
12 майҙан автобустарҙың маршруттар буйынса эшләү оҙайлылығы элекке режимға ҡайтарылған. Пассажирҙар ағымының артыуына бәйле атҡарылған был бурыс системалы тормошҡа ашырыла.
Автобустарҙа көнөнә ике тапҡыр санитар эшкәртеү үткәрелә, бының өсөн 1905 килограмм хлорамины, 2386 литр ағартҡыс, 240 литр этоксамин, һаҡланыу өсөн 2765 пар нитрил һәм винил бирсәткәләр һәм бер тапҡыр кейеү өсөн тәғәйенләнгән 170400 дана битлек һатып алынған. водителдәр өсөн 150 пар комбинезон һәм 200 күҙлек алынған.
Рейстарҙы хеҙмәтләндергән водителдәр, кондукторҙар өсөн медицина битлектәре, бирсәткәләр көн һайын бирелә. Улар шулай уҡ тән өсөн антисептик менән тәьмин ителгән. Бының өсөн предприятие 3020 антисептик һатып алған.
Бар автобустарҙа ла пассажирҙарҙа шәхси һаҡланыу сараларының мотлаҡ булырға тейешлеге хаҡында мәғлүмәттәр эленгән. Өҫтәүенә салондарҙа рус һәм башҡорт телдәрендә мотлаҡ ҡурсаланыу кәрәклеге хаҡында хәбәр ителә. Видеояҙмаларҙа ла ошо турала бәйән ителә.
13 майҙа “Башавтотранс” предприятиеһы етәкселеге автобустарҙа пассажирҙарға битлек режимын күҙәтеү, медицина бирсәткәләрен кейеү кәрәклеге хаҡында аңлатыу эше алып барҙы. Әгәр пассажир үҙендә битлек юҡлығы хаҡында белдерә икән, уға кондуктор бирәсәк. Шулай итеп, бөгөнгә тиклем пассажирҙарға 57000 дана һаҡланыу сараһы тапшырылған, тип хәбәр итте «Башҡортостан» гәзите. Әле автобустарҙа урынлаштырыу өсөн антисептик шыйыҡсаһы булған дозаторҙар һатып алына.
Читайте нас