+18 °С
Ясно
Общество
14 Мая 2020, 07:41

Башҡортостанда #МаскаВПомощь республика акцияһы дауам итә

Уның барышында төбәктең 23 ҡалаһында һәм ҡала биләмәләрендә кешеләр 135 000 медицина битлеген бушлай аласаҡ.

Уның барышында төбәктең 23 ҡалаһында һәм ҡала биләмәләрендә кешеләр 135 000 медицина битлеген бушлай аласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә, республика битлек һатып алыу өсөн аҡса саралары бүлергә һәм ирекмәндәр тарафынан уларҙы мохтаж булған, бигерәк тә оло йәштәгеләргә таратып бирергә әҙер, тип белдергәйне. Төбәктә әлеге ваҡытта 150 мең битлек өләшелгән дә.
Республика акцияһына ярашлы, медицина битлектәрен алған тәүге ҡалаларҙың береһе – Өфө. Уның ете районының һәр ҡайһыһына бишәр мең һаҡланыу сараһы еткерелгән, уларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитетының “Беҙҙең хәстәр” проекты ирекмәндәре, Ирекмәндәр хәрәкәтенең республка үҙәге, йәштәр ойошмалары вәкилдәре йәмғиәт урындарында өләшә.
Кисә битлектәрҙе Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларында йәшәүселәр алды. Ҡалған райондарҙа иртәгә таратыласаҡ.
Читайте нас