+21 °С
Дождь
Общество
13 Мая 2020, 12:58

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Улар төбәктә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын йомшартыуға йүнәлтелде.

Хәҙер халыҡҡа ҡала буйлап иркен йөрөргә рөхсәт ителде, шул иҫәптән машина менән дә. Бының өсөн элекке кеүек махсус порталда теркәлеү кәрәкмәй

Хәҙер халыҡҡа ҡала буйлап иркен йөрөргә рөхсәт ителде, шул иҫәптән машина менән дә. Бының өсөн элекке кеүек махсус порталда теркәлеү кәрәкмәй. Шул уҡ ваҡытта үҙең йәшәмәгән ерҙәрҙә кәмендә 1,5 метр булған социаль арауыҡты тотоу, битлектәр кейеү, ә йәмәғәт урындарында, транспортта һәм таксиҙа бирмәәткәләр ҙә кейеү мотлаҡ.
17 йәшкә тиклемге балалар ата-әсәһеҙ – 20.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем, ә 65 йәштән өлкәнерәктәр 18.00 сәғәттән 6.00 сәғәткә тиклем урамға сығырға тейеш түгел.
Мотлаҡ үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы COVID-2019 менән сирләгән кешеләр менән бәйләнештә булғандар; “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылғандар; ОРВИ билдәләре булған 65 йәштән өлкәндәр һәм улар менән йәшәгәндәр; хроник сирҙәре булғандар; сит илдәрҙән, Мәскәү һәм башҡа коронавирус буйынса хәүефле төбәктәрҙән килгәндәр; социаль учреждениеларҙа булғандар өсөн һаҡлана.
Түбәндәге эшмәкәрлектәр тыйыла:
- төнгө клубтар (дискотекалар), кинотеатрҙар, театрҙар, музейҙар, түңәрәктәр, секциялар, балалар уйын бүлмәләре һәм күңел асыу үҙәктәре, башҡа ял урындары;
- спорт залдары, секциялар, фитнес-үҙәктәр, аквапарктар, йөҙөү бассейндары һәм башҡа физик культура һәм спорт объекттары;
- сауҙа-күңел асыу үҙәктәре, улар биләмәһендә урынлашҡан дарыуханалар, аҙыҡ-түлек һатҡан магазиндар, көндәлек ҡулланыу тауарҙары, төҙөлөш һәм хужалыҡ тауарҙары, элемтә салондары, КФҮ һәм зоомагазиндарҙан башҡа;
- мунса һәм сауналар;
- аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар менән сауҙа иткән объекттар, шул иҫәптән сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан. Айырым тышҡа сыға торған ишеге булғандарға был сикләү ҡағылмай. Шул уҡ ваҡытта сауҙа залында 50 квадрат метр майҙанда – биш кешенән, 100 квадрат метрҙа – 10 кешенән, 200 квадрат метрҙа – 25 кешенән һәм 200 квадрат метрҙан ҙурыраҡ майҙанда 50 кешенән ашыу һатып алыусы булырға тейеш түгел.
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы һәм шәхси пассажир ташыусылар һәр автотранспортта дезинфекция үткәреү саралары булыуын тәьмин итергә тейеш (пассажирҙар һанына ҡарап).
Идара итеүсе компаниялар дезинфекция сараларын үткәреү буйынса талаптарҙы һис шикһеҙ үтәргә, асыҡ майҙандарҙа һәм күп фатирлы торлаҡ йорттарҙа, шул иҫәптән подъездар, тамбурҙар, холдар, коридорҙар, лифт холдары һәм кабиналары, баҫҡыс майҙансыҡтары, сүп үткәргестәрҙе даими дезинфекцияларға тейеш.
Муниципалитеттар 12 майҙан парктар, скверҙар, аллеялар, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын асыу һәм уларҙа булыу ҡағиҙәләрен билдәләргә тейеш.
Тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе http://www.bashinform.ru/longread/oslablenie_samoizolyacii?fbclid=IwAR3T8-xRByVJLe9fOYUkdTleGhY4vdWNsH2La-Eh7OvJ7fI6X6MM-XEz4_g һылтанмаһы буйынса табырға була.
Сығанаҡ: «Башҡортсотан» гәзите.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас