+14 °С
Облачно
Общество
8 Мая 2020, 08:32

Татыу ғаилә – ил күрке

Күпселек осраҡта ғаилә яҙмыштың ҡиммәтле бүләге ул

Күпселек осраҡта ғаилә яҙмыштың ҡиммәтле бүләге ул. Һәр кеше өсөн был һүҙ үҙ мәғәнәһен аңлата. Бекет ауылынан Татьяна һәм Ансар Сабировтар ғаиләһе өсөн был – икенсе яртыһы, йорт һәм күп балалар. Ансар менән Татьяна Ҡаҙағстанда тыуып үҫкән. 1996 йылда йәш пар яҙмыштарын никах ептәре менән бәйләй. Ансар Ҡараганда педагогика институтында уҡый. Уҡыуын тамамлап, ике йылдан һуң өйләнешкәс, ир менән ҡатын ата-әсәләренең тарихи төйәгенә күсә.
Татьяна Өфөлә Көнсығыш иҡтисади гуманитар академияға уҡырға инеп, адаптив физик культура буйынса белем ала. Тормош иптәше мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Белгес булараҡ, уға Бекет ауылындағы иҫке мәктәп бинаһында торлаҡ бирәләр. Һуңғараҡ эш урынын ҡатынына ҡалдырып, район хакимиәтенең йәштәр һәм спорт бүлегенә күсерелә. Ир менән ҡатын үҙ көстәре менән йорттарына тулы ремонт яһай һәм коммуникациялар үткәрә.
Ғаилә үҫә, күберәк финанс сығымдары талап ителә, һәм Ансар вахтаға Себергә китә. Бекет ауылында мәктәп ябылғандан һуң Татьяна үҙен яңы өлкәлә таба – ул ауыл мәҙәниәт йортона да ойоштороусы булып урынлаша, был эш уға оҡшай, бөтөн күңелен биреп эшләй.
Һәм бына инде улар бер-береһенә терәк булып, 24 йыл бергә ғүмер итә. Быйыл уларҙың атай-әсәй булыуына 23 йыл. Оло улдары Рөстәм ике йылдан ашыу Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Ун туғыҙ йәшлек игеҙәктәрҙең һәр ҡайһыһы 9-сы класты тамамлағандан һуң үҙ юлын һайлаған. Регина – Әлмәт политехника техникумының I курс студенты, буласаҡ геофизик. Ренат Октябрьский ҡа-лаһының коммуналь-төҙөлөш колледжының беренсе курсында уҡый. Мәктәптә уҡығанда дзюдо менән шөғөлләнеп, республика һәм төбәк ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулағандар.
Артур 4-се класс уҡыусыһы, Приютта уҡый. Шунда уҡ сәнғәт мәктәбенә йөрөй, беренсе йылды скрипка, ә хәҙер инде рәсем сәнғәте менән мауыға. Өҫтәмә рәүештә инглиз теле буйынса түләүле курстарға йөрөй. Кесе улдары Тимур балалар баҡсаһында әҙерлек төркөмөндә, рәсем һәм бейеү менән шөғөлләнә. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Биш балаға ғүмер биргән
Татьяна 2015 йылда “Әсәй даны” миҙалына лайыҡ булған.
– Әсә капиталы аҡсаһына Приюттан фатир һатып алдыҡ, – тип һөйләй Татьяна Николаевна.
Сабировтар ваҡытын мөм-кин тиклем күберәк бергә үт-кәрергә тырыша. Саф һауа-ла йөрөү, табиғәттә ял итеү, туған көндәрҙе һәм иҫтәлекле даталарҙы байрам итеү – барыһы ла бергә эшләнә.
Ҡатын-ҡыҙ фекеренсә, ҙур һәм татыу ғаилә булдырыу өсөн төп шарт – мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыу, шулай уҡ туғандар һәм яҡындарҙың ярҙамы ул.
Читайте нас