+24 °С
Облачно
Общество
24 Апреля 2020, 06:47

“Донъя коронавирустан һуң. Евразия йөрәгенән ҡараш”. Форумға ҡушылығығыҙ

Беҙ хәбәр иткәнсә, 28 апрелдә Өфөлә “Донъя коронавирустан һуң

Беҙ хәбәр иткәнсә, 28 апрелдә Өфөлә “Донъя коронавирустан һуң. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара онлайн-форумы үтә. Ошо сараға ҡушылған спикерҙар, француз кинорежиссеры, сценарист, продюсер һәм яҙыусы Люк Бессондың идеяһы менән таныштырабыҙ. “Бишенсе элемент” һәм “Люси” фантастик боевиктары авторы, кинокартиналарында кеше башыбыҙҙағы күп кенә футуристик образдарҙы сағылдырҙы. Форумда улар тураһында ла һөйләшербеҙ. Коронавирус пандемияһы үлсәмдәр араһында тормошобоҙға үтеп ингән ҡара көстәрҙе тәшкил итеүе, ә табиптар, “Бишенсе элемент”тағы Нью-Йорк таксисы Корбен Даллас кеүек, глобаль бурысты үтәүе – кешелекте ҡотҡарыуы хаҡында, кеше мейеһенең ҡеүәте (беҙ уның ни бары 10 процентын ғына файҙаланабыҙ) һәм Люси кеүек сикһеҙ һәләттәргә эйә булған камил кеше эшләүгә яҡынайһаҡ, нимә булыры тураһында һүҙ булыр.
Люк Бессондың “Донъя коронавирустан һуң. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара онлайн-форумында тикшерербеҙ. Сарала ҡатнашырға телегендәр, бөгөн, 25 апрелдән bashkiria-live.comсайтында теркәлә ала.
Ҡушылығыҙ!
Читайте нас