+20 °С
Облачно
Общество
8 Апреля 2020, 13:13

Йәш эшҡыуар металл каркастан тирмәләр эшләй

Азамат 2016 йылда гаражда тирмәләр өсөн металл каркастар етештерә башлай

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Проект бурыстарын үтәү маҡсатында, урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергән йүнселдәргә төрлө яҡлап булышлыҡ күрһәтелә.
Күмертау ҡалаһы эшҡыуары Азамат Юлдыбаев металл каркастан тирмәләр эшләү менән мәшғүл, тип хебәр итте «Башҡортостан» гәзите. Студент йылдарында уҡ йүнсел егет интернет-магазин аса, уның шөғөлө ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Азамат 2016 йылда гаражда тирмәләр өсөн металл каркастар етештерә башлай. Заказдары күбәйә артабан унынңассортимент та киңәйә.
Коллективта бөгөн алты кеше эшләй: иретеп йәбештереүсе, металл ҡырҡыусы, тегенсе, менеджер, дизайнер, бухгалтер.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас