“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Ишембай район үҙәк дауаханаһына һанлы ортопантомограф алынды. Яңы аппарат теш-яңаҡ системаһына рентген диагностикаһы үткәреү өсөн кәрәк.
Һанлы ортопантомограф дөрөҫ диогностика үткәреү өсөн ҡулланыла. Ул бигерәк тә ауыҙ ҡыуышлығын бар тулылығында төшөрөү мөмкинлегенә эйә булыуы менән әһәмиәтле.
Бындай һанлы ортопантомограф аппараты быға тиклем Октябрьский ҡала дауаханаһына ҡайтарылды. Сиратта Белорет район һәм Сибай ҡала дауаханалары.