+22 °С
Облачно
Общество
27 Марта 2020, 14:15

“Йөрәк һүҙе” Туймазыла!

Башҡорт теле йылының февраль айы “Башҡорт теле – заманса тел” лозунгыһы аҫтында үтә.

Башҡорт теле йылының февраль айы “Башҡорт теле – заманса тел” лозунгыһы аҫтында үтә. Ошо айҡанлы Туймазы ҡалаһының “Родина” мәҙәниәт йортонда күркәм сара булды. Форумда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, табип-генетик, медицина фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт эшмәкәре Сәлиә Мырҙабаева һәм режиссёр, продюсер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, “Йөрәк һүҙе” телевизион проекты авторы Наилә Сәфәрғолова ҡатнашты.

Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы һуңғы йылдарҙа республикала барған ыңғай үҙгәрештәргә, Рәсәй һәм республика кимәлендәге төрлө дәүләт гранттарына туҡталды. Ауылдарҙағы һү-неп барған мәҙәни усаҡтар-ҙы, халыҡ араһындағы йылы мөнәсәбәттәрҙе арала-
шыу аша тергеҙеүҙе ҡо-ролтайҙың, йәмәғәтселектең үҙенә төп маҡсат итеп ҡуйыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ республика райондарында “Айыҡ ауыл” проектына ҡушылыусы Баймаҡ, Ейәнсура, Кушнарен райондарының әү-ҙем эшләүенә туҡталды.Хатта ҡайһы бер район етәкселәренең, ауыл халҡын дәртләндереү маҡсатында, спонсорҙарҙы йәлеп итеп тос ҡына суммаға приз булдырыуы хаҡында һөйләне. “Йәшәү йәме ул – аралашыу. Телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға, балаларыбыҙҙың уны белеп үҫеүенә булышлыҡ итер өсөн, уларҙа мәҙәниәткә, спортҡа һөйөүҙе бергәләп тәрбиәләйек. Берҙәм, бергә, татыу булып, бөгөн яңғыҙ эшләй торған эштәрҙе, элекке кеүек, өмәләр менән башҡарһаҡ, асылыбыҙға ҡайтырбыҙ. 40 йыл эш стажы булған табип булараҡ әйтәм, халҡыбыҙҙың һау-лығын, киләсәк быуынды ҡайғыртып йәшәү бөгөн бигерәк тә мөһим”, – тине медицина фәндәре докторы, профессор С.Мырҙабаева. Ул, үҙ сиратында, бер төр-көм хеҙмәт алдынғыларына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатын да тапшырҙы.

Башҡортостан Республика-һының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре “Йөрәк һүҙе” телевизион проекты авторы Наилә Сәфәрғолова (фотола) Туймазыға бик тулҡынланып килеүен бел-дерҙе. Сөнки бында уның менән бер төркөмдә уҡыған әхирәттәре эшләүен, әммә уларҙың ғүмере фажиғәле өҙөлөүен, уларға бағышлап яҙған шиғырын йөрәге аша үткәреп һөйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Был матур осрашыуға са-ҡырыуҙарына рәхмәт белдереп, Наилә Абдулхай ҡыҙы, “Йөрәк һүҙе” проектының барлыҡҡа килеү тарихына туҡталды.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжип Асанбаевты яҡындан белеүе, уның менән тығыҙ бәйләнештә, әҙиптең кәңәштәре уға тормошонда күп ярҙам итеүе тураһында тулҡынланып һөйләне Наилә ханым. “Вафатына 3 көн алда 91 йәшлек Нәжип ағай мине янына саҡырып алды. Республикала 97 мәктәпте ябалар икән, Наилә, дөрөҫмө, тигән һорау бирҙе. Хәле ауыр ине. Башҡорт халҡына, йәмәғәтселеккә әйтер һүҙемде, Наилә, һин генә еткерә алаһың. Мине һуңғы юлға оҙатҡанда әйт, япмаһындар мәктәптәрҙе, бөтөрмәһендәр башҡорт телен! Мәктәптәр ябылһа, телебеҙ юғала, ауылдар бөтә, тине. Мин уның аманатын халыҡ яҙыусыһын һуңғы юлға оҙатҡанда һөйләнем. Ишеттеләр, минингтар башланды. Уларҙың береһендә мин дә булдым һәм дуҫтарымдың әсенеп, халыҡты туплар, уларҙың йөрәгенә еткерер берәй сара уйлап табырға кәрәк, Наилә, тип әсенеүе, мине “Йөрәк һүҙе” проектын булдырырға этәрҙе. Бер тапҡыр үткәреп ҡарайым да тип башланған эш, шөкөр, быйыл өсөнсө тапҡыр үтәсәк, ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлана, – тип залда ултырыусы бөтә халыҡтың күңеленә үтеп инде Наилә апай. “Йөрәк һүҙе”нең хатта балалар баҡсаһында ойошторолоуын, унда ололарҙың – һуғыш ветерандарының да әүҙем ҡатнашып, балаларға әйтер йөрәк һүҙҙәрен, аманаттарын тапшырыуҙары быуындар бәйләнешенә ыңғай йоғонто яһауын йәшермәне. Уның һүҙҙәре һәр кемдең күңел ҡылдарын ҡуҙғатты, йөрәген елкендерҙе, күптәр күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Әммә залда ултырған һәр кем – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, ябай халыҡ үҙенә рухи байлыҡ, көс-ҡеүәт, йөрәк һүҙенең ысын мәғәнәһендә йөрәккә етеүенә тағын бер инанды,

Туймазы районы Муниципаль районы хакимиәте эштәр идарасыһы Дилә Мөхәмәт ҡыҙы Арыҫланова ҡунаҡтарға ошондай матур сарала ҡатнашыуҙарына рәхмәт белдерҙе. Киләсәктә медицина өлкәһендә бергә хәл итәһе мәсьәләләр булыуын, ғаиләләр менән бергә эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡорт теле йылында туған телдәр көнө алдынан туймазылыларға ошондай күркәм, бай йөк-мәткеле байрам, оҫталыҡ класы ойоштороуҙарына рәх-мәтен белдерҙе.

Саранан һәр кем күңел күтәренкелеге, рухи аҙыҡ, бөгөнгө осрашыуҙан күңел йылылығын алып таралды.

Читайте нас