

Башҡорт халҡы бик борондан һөнәрле халыҡ. Уның элекке замандарҙан килгән биҙәнеү әйберҙәре яһау, итек тегеү, тире эшкәртеү, шәл бәйләү кеүек ҙур һөнәрҙәре бар. Быйма, кейеҙ баҫыу халыҡыбыҙҙа киң таралған кәсептәренең береһе. Сөнки халҡыбыҙ элек-электән малсылыҡ менән көн күргән. Башҡорттоң ҡуй көтөүҙәренең иге-сиге күренмәгән.
Ҡарлы ҡыш етеү менән һәр ҡайһыбыҙ аяҡ кейеме һайлау тураһында уйлана башлай. Беҙгә, ҡышын сатлама һыуыҡтар булған төбәк халҡына, аяҡтарыбыҙға йылы, ә аяҡ кейемдәренең уңайлы булыуы һәм өҫтәмә тәрбиә талап итмәүе мөһим.
Беҙ бала саҡта ситтән быйма һатыусылар күп килә ине. Атай-әсәйҙәребеҙ һарыҡ йөндәрен шуларға тип әҙерләп торалар ине. Бындай күренеш бөгөн ауылдарҙа инде күҙәтелмәй. Сөнки быйма баҫыусылар бөгөн бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ҡасандыр районыбыҙҙың Һәйтәк ауылында 40-тан ашыу кеше ошо һөнәр менән шөғөлләнгән. Ә хәҙер ауылда ике генә кеше быйма баҫа. Шуларҙың береһе Рөстәм Ибраһимов. Ул әлеге һөнәрен кесе йәштән үк атаһынан үҙләштергән.
Ошо көндәрҙә Рөстәм Рәшит улы Һарайлы мәктәбе уҡыусыларына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Ул быйма баҫыу процессын ентекләп һөйләп бирҙе.
– Һарыҡ малының йөнөн ҡыр-ҡып алып, уны йыйып, таҙартып, эшкәртәһең дә, тетәһең. Тетелгән йөндән быйма “һалабыҙ”. Быйма “һалып”, килеп сыҡҡан нәмәне өйрөлтөп, эҫе һыуҙа йыуып, уға ҡалып кейҙереп, мейескә тығып, эшкәртеп, таҙартып, ҡырҡып, тигеҙләп сығарһаҡ, әҙер быйма барлыҡҡа килә. Яҡынса, йөн ҡырҡҡандан алып быйма килеп сыҡҡансы биш көн үтеп китә. Бер быймаға биш көнлөк хеҙмәт талап ителә.
Әлбиттә, эшеңде яратып башҡар-һаң, уның күп нескәлектәрен өй-рәнһәң, уның тураһында сәғәттәр буйы һөйләрлек мәғлүмәткә эйә булаһың инде. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙең күңелегеҙгә ятҡан өлкәлә эш башлай алаһығыҙ. Бының өсөн көслө теләк кенә кәрәк. Оҫта ҡулың, яҡшы кәйефең, яҡты уйҙарың булған саҡта һәм теләгең бар икән, оҫталыҡ үрҙәренә артыла башларға тәүәккәлләй алаһың.
Рөстәмдең быймаларын халыҡ яратып һатып ала. Сөнки ҡулдан баҫылған быйма йомшаҡ та, йылы ла. Шуға күрә улар баҙарҙа һәр саҡ ихтыяж менән файҙалана. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ҡотҡарыусы аяҡ кейемен балаларҙан алып олоһона тиклем кейә. Быйма баҫыу миҙгеле ноябрҙән башлана. Йөн йыйыу, тетеү, быйма баҫыу, баҙарға сығарып һатыу – мәшәҡәте етерлек. Барыһы ла тиерлек ҡул көсө менән башҡарыла. Эштә ҡуланылған ҡулайламалар музей экспонаттарына тиң.
Быйма – ауыл кешеләренең алыштырғыһыҙ ышаныслы дуҫы! Йәшәһен быйма!